Ғөзәйер 4:2 - Изге Яҙма2 Зеруббавелға һәм нәҫел башлыҡтарына килеп: – Әйҙәгеҙ, Раббы ҡорамын һеҙҙең менән бергә беҙ ҙә төҙөйөк, сөнки беҙ ҙә һеҙҙең Аллаға табынабыҙ. Беҙҙе бында килтергән Ашшур батшаһы Эсар-Хаддон дәүеренән бирле һеҙҙең Аллаға ҡорбан килтерәбеҙ, – тинеләр. Faic an caibideil |
Аллабыҙ – бөйөк, ҡөҙрәтле, дәһшәтле, килешеүгә тоғро һәм мөхәббәтле Алла! Ашшур батшалары хакимлыҡ иткән дәүерҙәрҙән алып ошо көнгә тиклем беҙ – батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, пәйғәмбәрҙәребеҙ, ата-бабаларыбыҙ һәм Һинең барлыҡ халҡың – дусар булған ғазаптарыбыҙ Һиңә әле лә аҙ булып тойолмаһын ине.