1 Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙарының дошмандары, һөргөндән ҡайтҡандар Исраил Аллаһы Раббының ҡорамын ҡайтанан төҙөй икән, тип ишеткәс,
Алтын-көмөш һауыт-һаба бөтәһе биш мең дүрт йөҙ дана булды. Элек Бабилға һөрөлгәндәр Йәрүсәлимгә ҡайтҡан саҡта, Шешбассар быларҙың барыһын да үҙе менән алды.
Һөргөндән ҡайтҡандар шулай эшләргә булды. Был эште башҡарып сығыу өсөн Ғөзәйер ҡаһин нәҫел башлыҡтары араһынан кешеләр тәғәйенләне, улар исемләп әйтелде. Унынсы айҙың беренсе көнөндә улар был эште тикшерергә кереште.
Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә һөргөндән ҡайтҡандарҙың һәммәһенә Йәрүсәлимдә йыйылырға, тип хәбәр ебәрелде.
Халыҡ шатлыҡ оранын да, кемдәрҙеңдер һыҡтап илаған тауышын да айыра алманы. Шул тиклем ныҡ ҡысҡырыштылар – шау-шыу алыҫтарға ишетелеп торҙо.
Исраил халҡы, ҡаһиндар, левиҙәр һәм һөргөндән ҡайтҡан башҡа кешеләр оло шатлыҡ менән Алла йортон изгеләндереү ғәмәлен башҡарҙы.
Бабилдан беренсе айҙың беренсе көнөндә сығып китеп, Аллаһының игелекле ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, бишенсе айҙың беренсе көнөндә Йәрүсәлимдә була.
Даниилды батша янына алып килделәр. Батша унан: – Атайым батша Йәһүҙәнән алып ҡайтҡан әсирҙәрҙең берәүһе – Даниил тигән кеше һин булаһыңмы? – тип һораны. –
Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.
сөнки был ҡалала, Һөйөнөслө Хәбәргә ҡаршылар күп булһа ла, хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асыҡ.