Ғөзәйер 3:9 - Изге Яҙма9 Йешуағ, уның улдары менән ағай-энеләре, Ҡадмиил менән уның улдары (Һодауъяһ нәҫеле), бер кешеләй булып, Алла йортон төҙөүселәрҙең эш барышын күҙәтә башланы. Хенадад нәҫелдәре уларға ярҙам итте. Улар барыһы ла левиҙәр ине. Faic an caibideil |
Йәрүсәлимдәге Алла йортона килгәндең икенсе йылының икенсе айында Шеалтиил улы Зеруббавел, Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уларҙың ҡәрҙәштәре – ҡаһиндар, левиҙәр, әсирлектән Йәрүсәлимгә ҡайтҡандарҙың һәммәһе эшкә тотондо. Егермеһе тулып үткән левиҙәрҙе Раббы йортон төҙөү барышына күҙәтсе итеп тәғәйенләнеләр.