6 Раббыға тотош яндырыу ҡорбанын етенсе айҙың тәүге көнөнән үк килтерә башланылар. Ә ул ваҡытта Раббы ҡорамына нигеҙ һалынмағайны әле.
Ошонан башлап улар көн һайын тотош яндырыу ҡорбандары, Яңы ай байрамдарында һәм Раббыға арналған бөтә байрамдарҙа ҡорбандар килтерҙеләр, теләгән һәр кем Раббыға үҙ ихтыяры менән башҡа төр саҙаҡалар биреп торҙо.
Ташсылар менән балта оҫталарының хеҙмәтенә түләү өсөн көмөш тарата башланылар, Сидон һәм Тир кешеләренә – Фарсы батшаһы Кир рөхсәте менән диңгеҙ буйлап Ливандан Яфоға кедр ағасы ташырға тейешле кешеләргә – ашар-эсер ризыҡ, зәйтүн майы бирҙеләр.
– Исраил халҡына әйт: етенсе айҙың беренсе көнөндә һеҙҙең өсөн ял көнө, борғо тауыштары менән иғлан ителгән изге йыйын булһын.
Көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ, Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ.
Етенсе айҙың беренсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Был көн һеҙҙә борғо ҡысҡыртыу көнө булһын.
Раббыға күркәм хуш еҫ, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ кәмселекһеҙ бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ.