3 Улар, шунда йәшәгән халыҡтарҙан ҡурҡһалар ҙа, ҡорбан усағын элекке урынына ҡорҙолар һәм иртәле-кисле унда Раббыға бағышлап ҡорбандар яндырҙылар.
Улар һәр иртә һәм кис тотош яндырыу усағында тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә, Исраилға Раббы биргән ҡанунда нимә яҙылған булһа, шуны эшләргә тейеш була.
Сөләймән баҡырҙан ҡорбан усағы эшләтә, уның буйын да, иңен дә егерме терһәк, бейеклеген ун терһәк иттерә.
Был ерҙәрҙә йәшәүселәр Йәһүҙә халҡын ҡурҡытырға һәм төҙөлөшкә ҡамасауларға маташты.
Уға: „Был һауыттарҙы ал да Йәрүсәлимдәге ҡорамға алып барып ҡуй, Алла йорто үҙ урынында төҙөлһөн“, – тине.
Ҡорбан усағының өҫкө өлөшө дүрт мөйөшлө булып, уның иңе-буйы – ун икешәр терһәк.