Ғөзәйер 3:2 - Изге Яҙма2 Йосадаҡ улы Йешуағ, уның ҡаһин ҡәрҙәштәре, Шеалтиил улы Зеруббавел, уның ҡәрҙәштәре бергәләп, Алла бәндәһе Муса ҡанунында яҙылғанса, тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн Исраил Аллаһына ҡорбан усағы эшләй башланы. Faic an caibideil |
Йәрүсәлимдәге Алла йортона килгәндең икенсе йылының икенсе айында Шеалтиил улы Зеруббавел, Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уларҙың ҡәрҙәштәре – ҡаһиндар, левиҙәр, әсирлектән Йәрүсәлимгә ҡайтҡандарҙың һәммәһе эшкә тотондо. Егермеһе тулып үткән левиҙәрҙе Раббы йортон төҙөү барышына күҙәтсе итеп тәғәйенләнеләр.
Раббы Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелдың, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағтың, халыҡтың иҫән ҡалғандарының бөтәһенең рухына ҡеүәт бирҙе һәм улар Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Аллалары, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йортонда эшкә тотондо.