12 Күптәр ҡыуанышып ҡысҡырышты, ә элекке ҡорамды күргән өлкән йәштәге ҡаһиндар, левиҙәр, нәҫел башлыҡтары яңы ҡорамдың нигеҙен күреп ҡысҡырып иланы.
Халыҡ шатлыҡ оранын да, кемдәрҙеңдер һыҡтап илаған тауышын да айыра алманы. Шул тиклем ныҡ ҡысҡырыштылар – шау-шыу алыҫтарға ишетелеп торҙо.
Башланғысың бәләкәй булһа ла, Ахырың бөйөк буласаҡ.
Эй Йәрүсәлим, Раббыны маҡта! Аллаңа шөкөрана ҡыл, Сион!
„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.
Иң бәләкәс ғаиләнән меңдәр сығыр, Иң көсһөҙҙән ҡеүәтле халыҡ тыуыр. Мин Раббы, быны ваҡыты еткәс, тиҙ арала башҡарырмын».
Ул көндәрҙә, ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраил халҡы һәм Йәһүҙә халҡы бергәләшеп килер, илай-илай йөрөп, Аллалары Раббыны эҙләр.
«Арағыҙҙа ҡайһығыҙ Раббы йортон әүәлге шөһрәтендә күрҙе? Хәҙер һеҙ уны ниндәй хәлдә күрәһегеҙ? Ул һеҙгә юҡ-бар кеүек кенә булып күренмәйме?
Кем был көндө башланған эште әһәмиәтһеҙ тип хисаплай алыр? Был көндө кешеләр Зеруббавелдың ҡулында ауыртмаҡ күреп шатланыр. Был ете шәм иһә – Раббының бөтә ер йөҙөн байҡаған ете күҙе ул.