Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғөзәйер 3:11 - Изге Яҙма

11 Улар сиратлашып Раббыны данланы һәм шөкөр ҡылып: «Раббы игелекле, Исраилға тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырланы. Раббы йортона нигеҙ һалынған өсөн Раббыны данлап, бөтә халыҡ тирә-яҡты шатлыҡ ауаздарына күмде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғөзәйер 3:11
32 Iomraidhean Croise  

Раббыға шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Шулай уҡ Һеманды, Йедуҫунды һәм исемдәрен атап тағы бер нисә кешене «Раббының тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип Раббыны данлар өсөн тәғәйенләй.


Борғо ҡысҡыртыусылар менән йырсылар бер тауыштан Раббыға маҡтау һәм шөкөрана йырларға тотона. Бына борғолар менән һуҡма тәрилкәләрҙең, башҡа уйын ҡоралдарының ғәйрәтле тауыштарына ҡушылып, йырсылар Раббыны маҡтай һәм данлай. «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырлағанда, Раббы ҡорамына балҡып торған болот тула.


Барлыҡ исраилдар, ут төшкәнен һәм ҡорам өҫтөндәге Раббының шөһрәтен күреп, йөҙтүбән ергә ҡаплана һәм: «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип Раббыға маҡтау яуҙыра.


Левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Шеревъяһ һәм Ҡадмиил улы Йешуағ бер яҡта, ҡәрҙәштәре икенсе яҡта торор һәм, Алла бәндәһе Дауыттың бойороғо буйынса, ҡара-ҡаршы маҡтау һәм шөкөрана ҡылыр булды.


Шунан шөкөрана мәҙхиәләре йырлаусы ике төркөм дә Алла йорто янында йыйылды. Мин һәм минең менән бергә түрәләрҙең яртыһы,


Ҡыуалармын яҡынына йәшерен яла яҡҡанды, Түҙеп тормам тәкәббергә, өҫтән аҫҡа баҡҡанға.


Ҡоштар унда ояларын ҡора, Шыршылар – ҡауҙылар өсөн төйәк.


Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!


Йыр. Дауыттың мәҙхиәһе.


Бәхетле пак юлдан йөрөгәндәр, Раббының ҡануны менән йәшәгәндәр.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Иҫеңә төшөр, Раббы, Дауытты, Ул кисергән бөтә ғазаптарҙы;


Шөкөр итегеҙ хакимдар Хакимына, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Йыр. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.


Батшалар бер ергә йыйылдылар, Ҡалаға һөжүм итеү өсөн килделәр.


Мирйәм улар алдында ошо йырын һуҙҙы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Һыбайлыны аты менән диңгеҙгә бырғаны».


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Эй күктәр, шатланып гөрләшегеҙ, Сөнки быны Раббы эшләне. Ҡыуанығыҙ, ер тәрәнлектәре, Тауҙар, урмандар, ундағы һәр бер ағас, Шатланып шаулағыҙ, Сөнки Раббы Яҡуп нәҫелен йолоп алды, Исраилда шөһрәтен күрһәтте.


Бер-береһенә былай тип өндәшәләр: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Бөтөн ер йөҙө Уның шөһрәте менән тулған!»


«Арағыҙҙа ҡайһығыҙ Раббы йортон әүәлге шөһрәтендә күрҙе? Хәҙер һеҙ уны ниндәй хәлдә күрәһегеҙ? Ул һеҙгә юҡ-бар кеүек кенә булып күренмәйме?


Эй бейек тау, Зеруббавел алдында нимәһең һин? Һин бер тигеҙлек кенә булып ҡалырһың! „Ниндәй күркәм! Ниндәй күркәм!“ – тигән тауыштар аҫтында Зеруббавел ҡорамдың башын ослап ҡуйыр ташты алып сығасаҡ».


Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.


Ул Үҙенән ҡурҡҡандарға быуындан-быуынға шәфҡәтен күрһәтә.


Раббы һандығы менән бер тапҡыр ҡаланы уратып сыҡтылар. Шунан һуң бөтә халыҡ тупламға ҡайтты һәм шунда ҡунды.


Был ҡала үҙе лә, унда булған бөтә нәмә лә харам ҡылынды: ул юҡ ителергә – Раббыға бағышланырға тейеш. Беҙҙең шымсыларҙы йәшергән өсөн, фәхишә ҡатын Рахавты ғына уның өйөндәге бөтә кешеләр менән бергә иҫән ҡалдырығыҙ.


Нун улы Йушағ, ҡаһиндарҙы йыйып, уларға: – Килешеү һандығын күтәреп алығыҙ. Ете ҡаһин, һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп, Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan