1 Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәй башлағандан һуң, етенсе айҙа, бар халыҡ бер кешеләй булып Йәрүсәлимдә йыйылды.
Ҡалған халыҡ егерме мең драхма алтын, ике мең мина көмөш, алтмыш ете ҡаһин кейеме бирҙе.
Шулай итеп, бөтә исраилдар – ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре, ябай халыҡ үҙ ҡалаларында йәшәй башланы.
Етенсе айҙа, Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәп ятҡанда, бар халыҡ, бер кешеләй булып, Һыу ҡапҡаһы алдындағы майҙанға йыйылды. Улар ғилем эйәһе Ғөзәйергә Муса ҡануны – Раббының Исраилға бойороҡтары яҙылған төргәк китапты килтерергә ҡушты.
Раббы Муса аша биргән ҡанунда: «Исраил халҡы етенсе айҙың байрам көндәрендә ҡыуыштарҙа йәшәһен», – тигән яҙыуҙы таптылар.
Бына былар һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: етенсе айҙың унынсы көнөндә бөтә нәмәнән дә тыйылығыҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәктәр ҙә бер нәмә лә эшләмәгеҙ.
– Исраил халҡына әйт: етенсе айҙың беренсе көнөндә һеҙҙең өсөн ял көнө, борғо тауыштары менән иғлан ителгән изге йыйын булһын.
«Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар, Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн, Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын.
Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.
Иманға килеүселәр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Береһе лә үҙ милкен, минеке генә, тип һанаманы, бөтә нәмәләре уртаҡ ине.
Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер уйлы һәм бер маҡсатлы булығыҙ.
Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.
Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.