Ғөзәйер 2:2 - Изге Яҙма2 Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Сераяһ, Реғелаяһ, Мордехай, Билшан, Миспәр, Бигуай, Рехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге: Faic an caibideil |
Раббы Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелдың, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағтың, халыҡтың иҫән ҡалғандарының бөтәһенең рухына ҡеүәт бирҙе һәм улар Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Аллалары, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йортонда эшкә тотондо.