8 Кем дә кем өс көн эсендә килмәй, түрәләрҙең һәм аҡһаҡалдарҙың ҡарары буйынса уның бөтә мөлкәте тартып алына, ул үҙе һөргөндән күсеп ҡайтыусылар йәмғиәтенән ҡыуыла.
Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә һөргөндән ҡайтҡандарҙың һәммәһенә Йәрүсәлимдә йыйылырға, тип хәбәр ебәрелде.
Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты.
Һинең Аллаңдың ҡанунын һәм батшаның ҡанунын үтәмәгәндәрҙең барыһы ла мотлаҡ язаға тартылһын: үлемгәме, һөргөнгәме, мал-мөлкәтенән мәхрүм итеүгәме, йә булмаһа төрмәгә ябырғамы хөкөм ителһен.
Баш ҡаһин Әлйәшивтән тыуған Йоядағтың бер улы Хорон кешеһе Санбаллаттың кейәүе ине. Мин уны үҙемдең янымдан ҡыуып ебәрҙем.
Ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, улар исраилдар араһынан бөтә сит ҡәүемдәрҙең нәҫелдәрен айырып ебәрҙе.
Кешенең үҙ мөлкәтенән Раббыға бағышланған һис бер нәмә – кешеме, мал-тыуармы, ырыу биләмәһеме – һатылмаясаҡ һәм йолоп алынмаясаҡ. Ә Раббыға инселәнгән һәр нәмә изгеләрҙән-изге.
Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларына ла ҡолаҡ һалмаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң, мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын.
Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.
Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай тип яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне.
– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.
Борғо тауышы яңғыраны һәм халыҡ ҡысҡыра башланы. Борғо тауышын ишетеү менән халыҡ һөрәнләргә тотондо һәм ҡала диуарҙары ҡоланы. Халыҡ туп-тура ҡалаға бәреп инде һәм уны баҫып алды.
Улар бер-береһенән: – Исраилдың барлыҡ ырыуҙарынан Раббы хозурында уҙғарылған йыйынға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораны. Сөнки улар Миспаға Раббы алдына килмәгән һәр бер кеше үлемгә дусар ителәсәк, тип ныҡлы ант иткәйне.
Ул ике үгеҙҙе салып киҫәктәргә тураҡланы. Уларҙы илселәр аша Исраилдың һәр тарафына ебәреп, былай тине: – Шаул һәм Шемуил артынан эйәрмәгән һәр кемдең үгеҙҙәре менән ошолай буласаҡ. Халыҡты Раббының дәһшәте солғап алды һәм бөтәһе бер кешеләй юлға сыҡты.