Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғөзәйер 10:6 - Изге Яҙма

6 Унан Ғөзәйер, Алла йорто алдынан китеп, Әлйәшив улы Йеһоханан бүлмәһенә барҙы һәм ҡунырға ҡалды. Ул ашаманы ла, эсмәне лә, күсеп ҡайтыусыларҙың хыянатына ҡайғырып иланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғөзәйер 10:6
16 Iomraidhean Croise  

Ғөзәйер, Алла йорто алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып, илай-илай гонаһтарҙы таныған, ярлыҡау һораған сағында, уның янына Исраилдың бик күп халҡы – ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыйылып китте. Улар ҙа әрнеп-әрнеп илай ине.


Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә һөргөндән ҡайтҡандарҙың һәммәһенә Йәрүсәлимдә йыйылырға, тип хәбәр ебәрелде.


Һөргөндән ҡайтҡандарҙың был хыянаты арҡаһында Исраил Аллаһының бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған бөтә кеше яныма йыйылды. Мин киске ҡорбан ваҡытына тиклем хәсрәткә батып ултырҙым.


Йешуағтың улы Йояҡим, Йояҡимдың улы Әлйәшив, Әлйәшивтең улы Йоядағ,


Әлйәшив, Йоядағ, Йоханан һәм Яддуағ көндәрендә левиҙәр ғаилә башлыҡтары сифатында һәм ҡаһиндар Фарсы батшаһы Дарий замандарына тиклем теркәлгән.


Баш ҡаһин Әлйәшивтән тыуған Йоядағтың бер улы Хорон кешеһе Санбаллаттың кейәүе ине. Мин уны үҙемдең янымдан ҡыуып ебәрҙем.


уға ҙур бер бүлмәне биреп ҡуйған. Элек был бүлмәгә икмәк саҙаҡаларын, хуш еҫле ыҫмала, һауыт-һаба, игендең, шараптың, зәйтүн майының левиҙәргә, йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына тейешле ундан бер өлөшөн һәм ҡаһиндар өсөн килтерелгән саҙаҡаларҙы һалалар ине.


Бына шунан һуң баш ҡаһин Әлйәшив менән башҡа ҡаһиндар эшкә тотоноп Һарыҡ ҡапҡаһын төҙөнөләр. Уны изгеләндереп, ҡапҡаһын элделәр. Улар Меа манараһына һәм Хананил манараһына тиклем булған диуарҙы изгеләндерҙеләр.


Унан арыраҡ – мөйөштән алып баш ҡаһин Әлйәшив йортоноң ишегенә тиклем Заббай улы Барух тырышлыҡ һалды.


Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым, Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем.


Йәнеңде үлем соҡоронан йолоп ала, Тоғро мөхәббәт, шәфҡәттең тажын башыңа кейҙерә.


Муса Раббы менән ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булды. Ауыҙына икмәк тә, һыу ҙа ҡапманы. Ул таҡтаташтарға килешеү шарттарын – Ун бойороҡто яҙып ҡуйҙы.


Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Мин Аллаға, бөйөк Хакимыма, мөрәжәғәт иттем; Уға доға ҡылдым һәм ялбарҙым, ҡыл туҡыма уранып һәм башыма көл һипкән килеш ураҙа тоттом.


Һеҙҙең барлыҡ гонаһтарығыҙ өсөн, Раббы алдында яуызлыҡ ҡылып Уны асыуландырған өсөн йәнә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ашамай-эсмәй Раббы алдында ергә ҡапланып, ялбарып һораным.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan