Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғөзәйер 10:2 - Изге Яҙма

2 Ғелам нәҫеленән Йехиил улы Шеханъяһ, Ғөзәйергә мөрәжәғәт итеп, былай тине: – Беҙ, Аллабыҙға хыянат итеп, эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙан ҡатындар алдыҡ. Шулай ҙа Исраил халҡы өсөн өмөт бар әле.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғөзәйер 10:2
17 Iomraidhean Croise  

Ғелам нәҫеленән: Маттанъяһ; Зәкәрьяһ, Йехиил, Ғавди, Йәремоҫ һәм Элияһ;


сығышы менән башҡа Ғеламдан булғандар нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше;


Ғелам нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше;


Ғелам нәҫеленән – Ғаҫалъяһ улы Йешағъяһ һәм уның менән бергә етмеш ир-егет;


Ошо хәлдәрҙән һуң, халыҡ башлыҡтары, минең янға килеп, былай тине: – Исраил халҡы ла, ҡаһиндар менән левиҙәр ҙә эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙың – ҡәнғәни, хитти, перизи, йевуси, ғаммони, моав, мысыр, әмөриҙәрҙең – ерәнгес эштәренән айырылманы.


Үҙҙәренә һәм улдарына был халыҡтарҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алдылар. Хәҙер изге орлоҡ сит халыҡтарҙыҡы менән буталды, етмәһә, арҙаҡлы һәм түрә булып йөрөгән кешеләр был хыянатта беренсе урында тора.


Һеҙҙең ошондай ҙа ҙур золом ҡылыуығыҙҙы, сит ер ҡатындарын алып, Аллабыҙға хыянат итеүегеҙҙе ишетеү беҙгә аяныслы түгелме ни?


Ҡаһиндарҙан һуң Иммер улы Садоҡ үҙ йортоноң ҡаршыһындағы диуарҙы төҙәтте. Уның артынан Көнсығыш ҡапҡаһы ҡарауылсыһы Шеханъяһ улы Шемағъяһ эшләне.


Ғелам нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше;


сығышы менән башҡа Ғеламдан булғандар нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше;


Ҡарағыҙ, һеҙ барған ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ – был һеҙгә тоҙаҡ буласаҡ!


Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.


Әгәр ҙә инде берәүҙәр алдында икенселәрҙе өҫтөн ҡуйһағыҙ, гонаһ ҡылаһығыҙ һәм ҡанун алдында енәйәтсе булаһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan