Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғөзәйер 10:10 - Изге Яҙма

10 Ғөзәйер ҡаһин тороп баҫты ла былай тине: – Һеҙ Раббыға хыянат иттегеҙ: сит ҡәүемдәрҙән ҡатындар алып, Исраилдың ғәйебен арттырҙығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғөзәйер 10:10
8 Iomraidhean Croise  

уларға былай ти: – Әсирҙәрҙе бында алып килмәгеҙ, юғиһә Раббы алдында гонаһҡа батырбыҙ. Булған гонаһтарыбыҙ һәм енәйәттәребеҙгә яңыларын өҫтәргә уйлайһығыҙмы? Ғәйебебеҙ былай ҙа үтә ҙур, Раббы былай ҙа Исраилға асыулы!


Инде ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы алдында гонаһтарыбыҙҙы танып, Уның ихтыярын үтәгеҙ: урындағы халыҡтарҙан һәм сит ҡәүем ҡатындарынан айырылығыҙ.


Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты.


ә беҙ һаман да Һинең бойороҡтарыңды боҙорбоҙ, ошо ерәнгес ғәҙәтле халыҡтар менән туғанлашырбыҙмы ни? Беҙҙе юҡ итеү сигенә еткәнсе асыуланмаҫһыңмы, ә инде ул саҡта тере ҡалыусылар ҙа, ҡотолоу юлы ла булмаҫмы беҙгә?


әйттем: – Йә Аллам! Һиңә, Аллам, Һиңә табан йөҙөмдө күтәрергә лә оялам, сөнки баштан аяҡ боҙоҡлоҡҡа күмелгәнбеҙ, ғәйебебеҙ күккә ашҡан.


Эй гонаһлылар быуыны, атайҙарығыҙға оҡшап, хәҙер һеҙ Раббының Исраилға асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартаһығыҙ.


Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan