Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғөзәйер 1:9 - Изге Яҙма

9 Уларҙың һаны былай ине: алтын табаҡ – утыҙ, көмөш табаҡ – мең, бысаҡ – егерме туғыҙ,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғөзәйер 1:9
14 Iomraidhean Croise  

саф алтын тастар, филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәренең һәм ҡорам залы ишектәренең күгәндәре лә алтындан ине.


Нөгәрҙәр башлығы саф алтындан һәм көмөштән ҡойолған нәмәләрҙе – хуш еҫ төтәҫләгестәрҙе һәм сеүәтәләрҙе алып китте.


Төҙөлөш тулыһынса тамамланғандан һуң, улар батша менән Йеһоядағҡа ҡалған көмөштө килтереп тапшыра. Был көмөштән Раббы ҡорамында хеҙмәт үтәү һәм яндырыу ҡорбаны килтергәндә кәрәк булған һауыттар ҡоялар, шулай уҡ алтын, көмөштән башҡа һауыт-һаба яһайҙар. Йеһоядағ иҫән ваҡытта Раббы ҡорамында тотош яндырыу ҡорбандары даими килтереп торола.


Хурам көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләй. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Алла ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамлай:


Тағы ла ун өҫтәл яһатып, ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ҡуйҙыра, шулай уҡ ҡан һирпеү өсөн йөҙ алтын сеүәтә эшләтә.


алтын табаҡ – утыҙ, башҡа көмөш табаҡтар – дүрт йөҙ ун, башҡа төр һауыт-һаба – мең дана.


Уларҙың ҡулына алты йөҙ илле талант көмөш, йөҙ талант көмөш һауыт-һаба, йөҙ талант алтын,


хаҡы бер мең драхма торған егерме алтын табаҡ, алтын менән тиң баһаланған ялтырап торған яҡшы баҡырҙан ике һауыт тапшырҙым.


Ҡаһиндар һәм левиҙәр Йәрүсәлимгә Аллабыҙ йортона алып барып тапшырыу өсөн үлсәп-иҫәпләп ҡуйылған алтын-көмөштө, һауыт-һабаларҙы ҡабул итеп алды.


Уның саҙаҡалары ошолар ине: йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, изге шекелгә күрә етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған иң яҡшы бойҙай оно тултырылғайны;


Ҡыҙ иһә, әсәһе өйрәткәнсә: – Хәҙер үк Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып алып кил, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan