Ғөзәйер 1:7 - Изге Яҙма7 Фарсы батшаһы Кир ҡасандыр Навуходоносор Раббының Йәрүсәлимдәге йортонан алып китеп, үҙ илаһы йортона ҡуйған һауыт-һабаны сығартты. Faic an caibideil |
Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.