Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғамос 9:8 - Изге Яҙма

8 Раббы Хаким Үҙ ҡарашын Гонаһлы батшалыҡҡа йүнәлтте: «Мин уны ер йөҙөнән юҡ итәм, Ләкин Яҡуп нәҫелен тотош юҡ итмәйәсәкмен. – Раббы шулай тип белдерә. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Раббы Хаким Үҙ ҡарашын Гонаһлы батшалыҡҡа йүнәлтте: Мин уны ер йөҙөнән юҡ итәм, Ләкин Яҡуп нәҫелен тотош юҡ итмәйәсәкмен. – Раббы шулай тип белдерә. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Раббы Хаким Үҙ ҡарашын Гонаһлы батшалыҡҡа йүнәлтте: «Мин уны ер йөҙөнән юҡ итәм, Ләкин Яҡуп нәҫелен тотош юҡ итмәйәсәкмен. – Раббы шулай тип белдерә. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғамос 9:8
27 Iomraidhean Croise  

Раббы: – Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-януарҙар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, – тине.


Ете көндән һуң Мин ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яуҙырырмын. Үҙем бар ҡылған һәммә нәмәне ер йөҙөнән юҡ итәсәкмен.


Был гонаһ Яровғам йортон һәләкәткә килтереүгә, нәҫелен ер йөҙөнән ҡоротоуға сәбәп булды.


Раббы күҙе һәр тарафҡа барып етә: ул яҡшыһын да, яманын да күреп тора.


Кешенең юлы Раббының күҙ алдында, уның һәр аҙымын үлсәй Раббы!


Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем, Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым. Әммә һине юҡ итмәм. Язаһыҙ ҡалдырмам һине, Әммә ғәҙел яза бирермен».


Мин уларҙы яҡшылыҡ өсөн түгел, яманлыҡ өсөн күҙәтәсәкмен. Мысыр ерендәге бөтә йәһүҙиҙәр, тулыһынса юҡ ителгәнгә тиклем, ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ.


Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Мин һинең менән! – тип белдерә Раббы. – Мин һине ҡәүемдәр араһына таратҡайным, Инде барыһын да ҡырып бөтәм, Ә һине тотошлай юҡ итмәм. Әммә язаһыҙ ҡалдырмам, Язаны ғәҙел бирермен».


Барығыҙ уның йөҙөм баҡсаларына, ҡырығыҙ, Әммә тотош төпләмәгеҙ. Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Инде улар Раббыныҡы түгел.


Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Изреғил тип исем ҡуш, сөнки Мин тиҙҙән Йеһу нәҫелен Изреғил үҙәнендә ҡойолған ҡан өсөн яуапҡа тарттырам һәм Исраил нәҫеленең батшалыҡ итеүенә сик ҡуям.


Гомер, тағы ауырға ҡалып, ҡыҙ тапты. Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Ло-Рухама тип исем ҡуш, сөнки бынан ары Исраил халҡына Минән мәрхәмәт юҡ, уларҙы ярлыҡамайым.


Ул заманда Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор, сөнки, Раббы әйткәнсә, Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә ҡотолоп иҫән ҡалыусылар һәм улар араһында Раббы Үҙе саҡырғандар булыр.


Раббы былай ти: «Ҡайсаҡ көтөүсе ике тояҡ йә ярты ҡолаҡ ҡына эләктереп өлгөрә – арыҫлан талаған малдан ни бары шулар ҡалған була. Ана шулай Самарияла йәшәгән исраилдарҙан да диван арҡаһы менән һике тояғы ғына тороп ҡалыр».


Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә хәрәм бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».


Халҡым араһынан гонаһлылар, „Беҙгә афәт килмәй ул, Ул беҙҙе урап үтер“, – тиеүселәр Ҡылыстан ҡырылып бөтөр».


Дошманға әсиргә төшһәләр, Ҡылысҡа әмер бирәм, уларҙы ҡырһын. Күҙемде уларҙан алмаясаҡмын, Әммә яҡшылыҡ өсөн түгел, бәләгә».


Сөнки Аллағыҙ Раббы – рәхимле Алла. Ул һеҙҙе ташламаҫ, һәләк итмәҫ һәм ата-бабаларығыҙға ант итеп төҙөгән килешеүҙе онотмаҫ.


Сөнки арағыҙҙа булған Аллаң Раббы – көнсөл Алла. Асыуы ялҡынланһа, һеҙҙе ер йөҙөнән юҡ итер.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan