Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғамос 9:12 - Изге Яҙма

12 Һөҙөмтәлә, Минең халҡым Эдомдың ҡалдыҡ-боҫтоҡ кешеләрен, Хакимлығым аҫтындағы барса ҡәүемдәрҙе еңер», – ти быларҙы эшләйәсәк Раббы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Эдомдың ҡалдыҡ-боҫтоҡ кешеләренән, Минең хөкөмдә булған сит ҡәүемдәрҙән тартып алып, Үҙ халҡыма ер бирәм», – ти быларҙы эшләйәсәк Раббы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Һөҙөмтәлә, Минең халҡым Эдомдың ҡалдыҡ-боҫтоҡ кешеләрен, Хакимлығым аҫтындағы барса ҡәүемдәрҙе еңер», – ти быларҙы эшләйәсәк Раббы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғамос 9:12
17 Iomraidhean Croise  

Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!


Исхаҡ былай тип яуап бирҙе: – Мин уны һинең хакимың итеп ҡуйҙым, бөтә ағай-энене уға ҡол иттем, икмәк тә, шарап та бирҙем. Һинең өсөн нимә генә эшләй алам инде мин, улым?


Алла хозурында мәңге тәхеттә ултырһын; Уны мөхәббәтең менән тоғролоғоң һаҡлаһын!


Бергәләп осоп ҡунырҙар Пелештиҙәр яурынына көнбайышта, Көнсығыштағы халыҡтарҙы таларҙар, Эдом менән Моав ерҙәренә ҡул һалырҙар, Ғаммонды буйһондорорҙар.


Исемем менән саҡырған һәр кешене, Үҙ даным өсөн Үҙем яратҡан, Үҙем бар ҡылған һәм рәүеш биргән Һәр кешене кире килтер!“ – тиермен.


Гүйә әүәлдән алып Һин хакимлыҡ итмәгән, Исемеңде йөрөтмәгән халыҡҡа оҡшап ҡалдыҡ.


«Мине һорамағандарға яуап бирергә әҙер инем, Мине эҙләмәгәндәргә табылдым. Исемем менән саҡырмаған ҡәүемгә: „Мин бындамын – бында!“ – тинем.


Ниңә ҡаушап ҡалған уҙамандай, Ҡотҡарырға көсө булмаған яугир һымаҡһың? Һин бит, Раббы, беҙҙең арабыҙҙа! Һин беҙҙе Үҙеңдеке тип атаның, Ташлама беҙҙе!


Һүҙҙәреңде табып, йотоп торҙом, Улар миңә шатлыҡ бирҙе, күңелемә һөйөнөс булды. Сөнки Һин мине Үҙеңдеке тип атаның, Эй Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы.


Ул-ҡыҙҙарығыҙҙы Йәһүҙә халҡына һатырмын, ә улар алыҫ ҡәүемгә – шеваларға һатып ебәрер, – ти Раббы. –


Эдомдар: «Беҙ емерелдек, ләкин харабаларҙы ҡабаттан торғоҙасаҡбыҙ», – тиһәләр ҙә, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быға ҡаршы: «Улар төҙөр, Мин емерермен. Илдәре – яуызлыҡ иле, үҙҙәре мәңгелеккә Раббыны асыуландырған халыҡ, тип аталасаҡ», – тине.


Шунда башҡа кешеләр, Минең исемем менән аталған бар халыҡтар Раббыны эҙләйәсәк». Борондан уҡ быларҙы мәғлүм иткән Раббы шулай ти.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan