Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғамос 9:1 - Изге Яҙма

1 Ҡорбан усағы янында торған бөйөк Хакимды күрҙем, Ул былай тине: «Таяу бағаналарының башына ҡаты итеп һуҡ, Тупһаларына тиклем тетрәһен; Әйҙә, улар ишелеп, кешеләрҙең башына төшһөн! Иҫән ҡалғандарын ҡылыс менән һуям: Ҡасып ҡотолғандар булмаясаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Ҡорбан усағы янында торған Хакимды күрҙем, Ул былай тине: «Таяу бағаналарының башына ҡаты итеп һуҡ, Тупһаларына тиклем тетрәһен; Әйҙә, улар ишелеп кешеләрҙең башына төшһөн! Иҫән ҡалғандарын ҡылыс менән һуям: Ҡасып ҡотолғандар булмаясаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Ҡорбан усағы янында торған бөйөк Хакимды күрҙем, Ул былай тине: «Таяу бағаналарының башына ҡаты итеп һуҡ, Тупһаларына тиклем тетрәһен; Әйҙә, улар ишелеп, кешеләрҙең башына төшһөн! Иҫән ҡалғандарын ҡылыс менән һуям: Ҡасып ҡотолғандар булмаясаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғамос 9:1
28 Iomraidhean Croise  

Ә Михаяһ былай ти: – Улай булғас, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем.


Хурлыҡ йөрәгемде яраланы, хәлдән тайҙым, Хәсрәтемде уртаҡлашыр кеше көттөм дә, булманы. Йыуатыусы эҙләнем, тик таба алманым.


Ризыҡ итеп миңә ағыу ашаттылар, Һыуһыныма һеркә эсерҙеләр.


„Юҡ, беҙ ат менеп ҡасабыҙ!“ – тинегеҙ, – Ярай, улай булғас, ҡасырһығыҙ. „Етеҙ аттарға менеп сабырбыҙ!“ – тинегеҙ. Ярай, һеҙҙе баҫтырыусылар ҙа етеҙ булыр.


Ғуззияһ батша вафат булған йылды мин юғарыла, бейек тәхеттә ултырған Раббы Хакимды күрҙем; Уның кейеменең итәге тотош ҡорамды тултырғайны.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен.


һеҙ өрккән ҡылыс унда, Мысыр ерендә, артығыҙҙан ҡыуып етәсәк! Һеҙ ҡурҡҡан аслыҡ унда, Мысырҙа, эҙәрләйәсәк, шунда үләсәкһегеҙ.


Дәһшәттән ҡасҡан соҡорға төшөр, Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа эләгер. Сөнки Моавтың өҫтөнә Яза йылы килтерәм, – тип белдерә Раббы. –


Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп, йөҙтүбән ергә ҡапландым һәм бер тауыш ишеттем.


Раббының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһына барып туҡтаны. Ҡорам – болот менән, ә ихата эсе Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды.


Мин уларға ҡаршы боролормон. Улар уттан ҡасып ҡотолһалар, ялҡынға барып юлығырҙар. Мин уларға ҡаршы сыҡҡас, Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Бына төньяҡҡа ҡараған Юғары ҡапҡа яғынан алты кеше килде. Һәр береһе ҡулына үлемесле ҡорал тотҡайны. Араларында етен кейем кейгән, биленә яҙыу әсбаптары таҡҡан берәү бар ине. Улар эскә инде лә баҡыр ҡорбан усағы янына килеп баҫты.


Исраилға енәйәте өсөн Хисап көнө еткән саҡта, Бейт-Илдәге ҡорбан усаҡтарын да юҡ итәм, Мөгөҙҙәрен ҡырҡып, ергә ырғытырҙар.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә хәрәм бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».


Исхаҡ нәҫеленең табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡҡа сығыр, Исраилдың мөҡәддәс урындары емерелер, Яровғам батша йортона ҡаршы ҡылыс күтәрермен.


Һин Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн, Мәсихеңде йолоп алыр өсөн сыҡтың. Яуыз нәҫелдең башлығын иҙҙең, Түбәһенән аяҡ тырнағынаса тунаның. Села


Ул мәлдә Йәрүсәлимдең һәр тарафын Сыраҡ тотоп урап сығам, Төпрәһе өҫтөндә тонған шарап ише Ғәмһеҙлеккә батҡандарҙы, „Раббы яҡшылыҡ та, яманлыҡ та эшләмәҫ“, – тигәндәрҙе язалайым.


Унда мал-тыуар һәм Һәр төрлө ҡош-кейек хәл йыйыр, Аунап ятҡан бағана баштары араһында Ябалаҡтар менән терпе йәшәр, Тәҙрәләрҙән ҡош тауышы ишетелер. Кедр көплөгө айырылып төшкән Ишек тупһаларында ҡоҙғон ҡысҡырыр.


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.


Яхъя шаһитлыҡ ҡылды: – Мин Уға күктән күгәрсен сүрәтендә Алла Рухы төшөүен һәм Уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем.


көн уртаһындараҡ, эй батша, күктән төшкән көслө яҡтылыҡ күрҙем. Ҡояштан да сағыуыраҡ ул ут минең һәм юлдаштарымдың тирә-яғын яҡтыртты.


ул: – Мәмерйә ауыҙын ҙур таштар менән томалағыҙ ҙа һаҡсылар ҡуйығыҙ.


Мин, Уны күргәс, үле һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүге һәм Һуңғы,


Тағы бер фәрештә, ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы ҡаршыһына килеп баҫты. Унда Алланың бөтә изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan