Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғамос 6:4 - Изге Яҙма

4 Фил һөйәгенән эшләнгән затлы йыһаздарҙа Ғәмһеҙ генә йәйелеп ятаһығыҙ; Йомшаҡ түшәктәрегеҙҙә рәхәтләнеп Көтөүҙәге бәрәстәрҙең, аҙбарҙағы башмаҡтарҙың Һимеҙерәген ҡайыраһығыҙ;

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Фил һөйәгенән эшләнгән затлы йыһаздарҙа Ғәмһеҙ генә йәйелеп ятаһығыҙ; Йомшаҡ түшәктәрегеҙҙә рәхәтләнеп Көтөүҙәге бәрәстәрҙең, утлауҙағы башмаҡтарҙың Һимеҙерәген ҡайыраһығыҙ,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Фил һөйәгенән эшләнгән затлы йыһаздарҙа Ғәмһеҙ генә йәйелеп ятаһығыҙ; Йомшаҡ түшәктәрегеҙҙә рәхәтләнеп Көтөүҙәге бәрәстәрҙең, аҙбарҙағы башмаҡтарҙың Һимеҙерәген ҡайыраһығыҙ;

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғамос 6:4
18 Iomraidhean Croise  

Ашарға ғына ултырғайнылар, Ғилғәд яғынан Исмәғил ырыуының сауҙагәрҙәр каруаны килгәне күренде – уларҙың дөйәләре Мысырға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, бәлзәм алып китеп бара ине.


Баҡсала мәрмәр бағаналарға көмөш божралар ярҙамында ап-аҡ етен һәм ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөн бәйҙәр менән йоҡа етен һәм зәңгәр йөн туҡыманан шаршау тартылған. Дивандар алтын һәм көмөштән, иҙәнгә порфир, мәрмәр, мәрүәт һәм аҫыл таштар түшәлгәйне.


Изге торлағыңа ут төрттөләр, Исемең төйәкләнгән урынды Ергә ҡолатып нәжесләнеләр.


Ә һеҙ кәйеф-сафа ҡорҙоғоҙ. «Иртәгә барыбер үләбеҙ, Ашап-эсеп ҡалайыҡ», – тип, Башмаҡ һуйҙығыҙ, һарыҡ салдығыҙ, Ит ашап, шарап эстегеҙ.


Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торған Шараптан еңелгәндәрҙең ҡалаһына – Әфраим эскеселәренең тәкәббер тажына, Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһенә ҡайғы!


Мәжлес барған йортҡа ла инмә, улар менән бергә ултырып ашама, эсмә.


Һеңлең Содомдың ғәйебе бына нимәнән ғибәрәт ине: үҙе лә, ҡыҙҙары ла тәкәббер булдылар, туйып шаштылар, эшһеҙлектән аҙҙылар, фәҡирҙәр менән мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙманылар.


Өҫтәл янына ҡуйылған матур диванға ултырып, уның янындағы өҫтәлгә Минең хуш еҫле һумала-майҙарымды, зәйтүн майымды ҡуйҙың.


Раббы былай ти: «Ҡайсаҡ көтөүсе ике тояҡ йә ярты ҡолаҡ ҡына эләктереп өлгөрә – арыҫлан талаған малдан ни бары шулар ҡалған була. Ана шулай Самарияла йәшәгән исраилдарҙан да диван арҡаһы менән һике тояғы ғына тороп ҡалыр».


Ул көн һарайҙағы йырҙар илау-һыҡтау менән алмашыныр, – тип белдерә Раббы Хаким, – Һәр урында мәйет тулып ятыр. Шым!»


Был ҡаланың байҙары кеше талай, Ябай халыҡ алдаҡ һөйләй, ауыҙҙары мәкер сәсә.


Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул иң ҡиммәтле һәм зиннәтле кейемдәр генә кейгән, көн һайын ҙур-ҙур мәжлестәр үткәргән.


Ерҙә һеҙ ләззәт кисереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәнегеҙ, үҙегеҙҙе һуғым өсөн һимерттегеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan