Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғамос 6:1 - Изге Яҙма

1 Ҡайғы һеҙгә, Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Ҡайғы һеҙгә Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Ҡайғы һеҙгә, Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғамос 6:1
26 Iomraidhean Croise  

Ғомри ике талант көмөш түләп, Сәмәр тигән кешенән Самария тауын һатып алды һәм унда ҡала төҙөнө. Был ҡаланы тауҙың элекке хужаһының исеме менән Самария тип атаны.


Һыуҙар беҙҙе йыуып ташлар ине, Ташҡын беҙҙе баҫып китер ине,


Сөнки томананы кирелеге харап итер, аҡылһыҙҙы ғәмһеҙлеге бөлдөрөр.


Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»


Исраил – Раббы Үҙенә һайлап алған халыҡ, Уңышының тәүге емеше кеүек ине. Уны ашаған һәр кем хөкөм ителде – Баштарына бәлә-ҡаза килде», – тип белдерә Раббы.


«Моав йәш сағынан һил йәшәне, Шарап төпрәһеләй тондо, Бер һауыттан икенсеһенә ҡойолманы – Һөргөнгә оҙатылманы; Шуға тәме боҙолманы, хуш еҫе үҙгәрмәне.


Тороғоҙ, ҡайғыһыҙ, вайымһыҙ йәшәгән Ошо ҡәүемгә һөжүм итегеҙ, – тип белдерә Раббы. – Ҡапҡалары ла, арҡыры биктәре лә юҡ, Халҡы үҙ алдына йәшәй.


Мин затлыларына барайым, Улар менән һөйләшәйем; Әлбиттә, улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белә», – тинем. Әммә улар ҙа ҡалыптарын емергән, Бауҙарын өҙгәндәр икән.


„Бында Раббының ҡорамы! Раббының ҡорамы, Раббының ҡорамы бында!“ – тигән алдатҡыс һүҙҙәргә ышанмағыҙ.


Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән.


«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Ашдод ҡәлғәләрендә иғлан итегеҙ, Мысыр ерендәге нығытмаларҙа белдерегеҙ: «Самарияның тау баштарына артылығыҙ, Эсендәге башбаштаҡлыҡты күрегеҙ: Унда ҡыҫырыҡлау, иҙеү хөкөм һөрә!»


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Мин һеҙҙе һөргөнгә оҙатам. Дамаскка ғына түгел, унан да йыраҡҡа», – ти исеме Күк ғәскәрҙәре Аллаһы булған Раббы.


Самарияның боттары менән ант итеүселәр, Йәки: „Һинең илаһың менән ант итәм, Дан“, Йә: „Беер-Шәвәғкә барған юл менән ант итәм“, – тип әйтеүселәр Йығылыр ҙа бүтәнсә тора алмаҫ».


Халҡым араһынан гонаһлылар, „Беҙгә афәт килмәй ул, Ул беҙҙе урап үтер“, – тиеүселәр Ҡылыстан ҡырылып бөтөр».


Мин, Миха, былай тинем: «Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары, Һеҙҙән башҡа тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын?


Ул мәлдә Йәрүсәлимдең һәр тарафын Сыраҡ тотоп урап сығам, Төпрәһе өҫтөндә тонған шарап ише Ғәмһеҙлеккә батҡандарҙы, „Раббы яҡшылыҡ та, яманлыҡ та эшләмәҫ“, – тигәндәрҙе язалайым.


Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Ерҙә һеҙ ләззәт кисереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәнегеҙ, үҙегеҙҙе һуғым өсөн һимерттегеҙ.


Үҙегеҙҙең бөтә борсолоуҙарығыҙҙы Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта.


Теге биш ир ары китеп Лаишта туҡтаны һәм ундағы халыҡтың сидондар һымаҡ тыныс, ғәмһеҙ, бошмаҫ йәшәп ятыуын күрҙе. Был ерҙә кемдеңдер берәйһен ҡыйырһытҡаны, буйһондорғаны юҡ ине. Улар сидондарҙан йыраҡ йәшәй, бер кемдә лә эштәре юҡ ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan