Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғамос 4:7 - Изге Яҙма

7 Шуның өсөн дә Мин, ураҡҡа төшөргә өс ай ҡалырҙан алда, һеҙҙе ямғырҙан мәхрүм иттем. Бер ҡалаға ямғыр яуҙырһам, икенсеһенә яуҙырманым. Бер баҫыуҙа ямғыр яуҙы, икенсеһендә – юҡ, шуға ул ҡороно.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Шуның өсөн дә Мин ураҡҡа төшөргә өс ай ҡалырҙан алда һеҙҙе ямғырҙан мәхрүм иттем. Бер ҡалаға ямғыр яуҙырһам, икенсеһенә яуҙырманым. Бер баҫыуҙа ямғыр яуҙы, икенсеһендә – юҡ, шуға ул ҡороно.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Шуның өсөн дә Мин, ураҡҡа төшөргә өс ай ҡалырҙан алда, һеҙҙе ямғырҙан мәхрүм иттем. Бер ҡалаға ямғыр яуҙырһам, икенсеһенә яуҙырманым. Бер баҫыуҙа ямғыр яуҙы, икенсеһендә – юҡ, шуға ул ҡороно.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғамос 4:7
27 Iomraidhean Croise  

Муса ҡулын күккә күтәрҙе – өс көнгә тотош Мысыр еренә ҡуйы ҡараңғылыҡ ятты.


Кеше бер-береһен күрмәҫ, өс көн буйы өйҙәренән сыҡмаҫ булды. Исраилдар йәшәгән ерҙә иһә яп-яҡты ине.


Ләкин ул көндө халҡым йәшәгән Гошен ерен айырып ҡуясаҡмын, унда күгәүендең әҫәре лә булмаҫ. Ошонан һин Мин Раббының ул ерҙә булғанын белерһең.


Бары тик Исраил халҡы йәшәгән Гошен ерендә генә боҙ яуманы.


Раббы Исраил халҡының малы менән Мысыр халҡының малын айырыр; исраилдарҙың бер генә баш малы ла ҡазаланмаҫ“».


Уны ташландыҡ хәлгә төшөрәм: Ботаҡтарын тәрбиәләп киҫмәҫтәр, Ерен йомшартмаҫтар – Әйҙә сәнскәк менән билсән баҫһын. Болоттарға бойороҡ бирәм: Өҫтөнә ямғыр яумаһын.


Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.


Затлылар хеҙмәтселәрен һыуға ебәрә; Улары һыу һаҡлағыс соҡорға бара – унда һыу юҡ. Буш һауыттарын тотоп кире ҡайталар – Сараһыҙлыҡтан аптырап, баштарын ҡаплайҙар.


Ямғыр булмағанға тупраҡ ярғысланып бөткән. Игенселәр ҙә аптырап башын аймай.


Шул арҡала яуындар туҡталды, Хатта яҙғы ямғыр яуманы, Шунда ла фәхишә һымаҡ битһеҙһең, Оят тигәнде белмәйһең.


Эй Сион халҡы, Аллағыҙ Раббыла һөйөнөс-шатлыҡ табығыҙ! Ул һеҙгә игелеккә көҙгө ямғырҙы бирҙе; Элеккесә көҙгө ямғырҙы ла, Яҙғы яуынды ла муллап ебәрҙе.


Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың ҡайһыларылыр Батшаға – Күк ғәскәрҙәре Раббыһына – ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә бармаһа, уларҙа ямғыр яумаҫ.


Һеҙ: «Тағы дүрт айҙан ураҡ өҫтө етәсәк», – тиһегеҙ түгелме? Ә Мин һеҙгә әйтәм: күтәрелеп ҡарағыҙ, баҫыуҙар ағарып, ураҡҡа өлгөргән инде!


Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?


Ул саҡта Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул күктәрҙе бикләп ҡуйыр, ямғыр булмаҫ, ер үҙенең уңышын бирмәҫ. Ә һеҙ Раббы бирәсәк бәрәкәтле ерҙә бик тиҙ һәләк булырһығыҙ.


Ильяс беҙҙең кеүек үк кеше булған. Ямғыр яумауын теләп, ул тырышып доға ҡылған, һәм ергә өс йыл ярым ямғыр яумаған.


Уларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan