Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғамос 4:11 - Изге Яҙма

11 Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торонбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торомбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торонбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғамос 4:11
24 Iomraidhean Croise  

Батшалыҡтар араһында иң гүзәле, Халдейҙар даны һәм ғорурлығы Бабил Алла юҡ иткән Содом һәм Ғамора һымаҡ булыр.


Уға әйт: «Абай бул, әммә борсолма, ҡурҡма! Йөрәгең был төтәп ятҡан ике торонбаш – арамиҙар батшаһы Ресин менән Ремалъяһ улының асыу утынан шөрләмәһен!


Көнсығыштан арамиҙарҙы, Көнбайыштан пелештиҙәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Улар, ауыҙҙарын киреп, Исраилды һоғондо. Быларҙан һуң да Раббының асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысырағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».


Содом менән Ғамора һәм уларҙың тирә-яғындағы ҡалалар нисек тар-мар ителгән, – ти Раббы, – унда ла һис кем йәшәмәҫ, әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ.


Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.


Содомды һәм Ғамораны Тирә-яғындағы ҡалалар менән Алла нисек тар-мар иткән, Унда ла һис кем йәшәмәҫ, Әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ, – тип белдерә Раббы.


Әхлаҡһыҙлығың һине нәжесләне, Ни тиклем таҙартмайым, һаман нәжесһең. Асыуым түгелеп баҫылмайынса, Һис таҙарына алмаясаҡһың.


Мәгәр Минән ситкә боролоғанға, Исраил халҡы Мысырға әйләнеп ҡайтмаҫмы? Ашшур уларҙың батшаһы булмаҫмы?


Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим? Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил? Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем? Нисек һине Севоимдай итәйем? Йөрәгем тулғана, Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе.


Бөтә ҡалаларығыҙҙа тешкә элеп ҡабыр аҙыҡ, Һәр урында тәғәм ризыҡ ҡалдырманым. Ләкин Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –


Мин һеҙгә ҡыуан ел, боҙ-борсаҡ ебәрҙем, сәсеүлегегеҙҙе үңәҙ ҡырҙы, хеҙмәт емештәрегеҙҙе харап иттем, ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –


Әммә Раббы шайтанға: – Эй шайтан! Әйҙә һине Раббы туҡтатһын! Эйе, Йәрүсәлимде һайлаған Раббы һине туҡтатһын! Был әҙәм уттан тартып алынған торонбашҡа оҡшамағанмы ни? – тине.


Ишағыяһ алдан уҡ әйткәнсә: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙгә нәҫел ҡалдырмаған булһа, беҙ Содом кеүек булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек».


Ҡоролмаһы янһа – төҙөгән кеше зыян күрәсәк. Үҙе иһә ҡотолоп ҡаласаҡ, әммә ут эсенән сыҡҡандай ҡотоласаҡ.


Раббы һеҙ юҡ булғанға тиклем күктән ямғыр урынына ерегеҙгә саң болото ебәрер, ҡом яуҙырыр.


бөтә ер яна, көкөрт һәм тоҙ менән үртәлә, иген игелмәй, тупраҡ һөрөлмәй ҙә, сәселмәй ҙә, хатта үлән дә үҫмәй. Ил Раббының асыуы менән юҡ ителгән Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим ҡалалары кеүек булған.


Шулай итеп Содом, Ғамора ҡалаларын да хөкөм иткән һәм көлгә әйләндереп ҡыйратҡан. Ул аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булырын һабаҡ рәүешендә киҫәткән.


Башҡаларын уттан тартып алғандай ҡотҡарығыҙ. Ҡалғандарына мәрхәмәт күрһәтегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Уларҙың хатта тәне нәжесләгән кейемдәре лә һеҙҙең өсөн харам һәм ерәнгес булһын.


Ошо фәрештәләр кеүек, фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Ғамора һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.


Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар яуыз рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan