Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ғамос 2:4 - Изге Яҙма

4 Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Аталары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла – Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Атайҙары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Аталары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ғамос 2:4
53 Iomraidhean Croise  

Әммә Йәһүҙә халҡы ла Аллалары Раббының бойороҡтарын тыңламаны. Улар ҙа исраилдарҙың яман ғәҙәттәренә эйәрҙе.


Эдомдарҙы ҡыйратҡандан һуң, Амасъяһ үҙе менән Сеғир халҡының илаһтарын алып ҡайта. Ул уларҙы үҙенең аллалары итә, уларға сәждә ҡылып ҡорбандар килтерә.


Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға хыянат иткән аталарығыҙ һәм туғандарығыҙ кеүек булмағыҙ. Үҙегеҙ күреп торҙоғоҙ, Раббы уларҙы ҡот осҡос ҡаты язаланы.


Беҙ Һинең алдыңда енәйәт ҡылдыҡ, Һин ҡолоң Муса аша еткергән бойороҡтарың, ҡағиҙәләрең һәм ҡанундарыңды тотманыҡ.


Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.


Һеҙ былай тинегеҙ: «Беҙ үлем менән килешеү төҙөгәнбеҙ, Үлеләр донъяһы менән һүҙ ҡуйышҡанбыҙ. Дәһшәтле афәт беҙгә теймәй үтәсәк, Сөнки ялғанды үҙебеҙгә һыйыныс итеп алдыҡ, Хәйләнең артына йәшендек».


Был көл ашау һымаҡ буш эш. Алданған йөрәге уны аҙаштыра, Ул үҙен ҡотҡара алмаҫ. «Уң ҡулымдағы был нәмә Алдатҡыс түгелме?» – тимәҫтәр.


Һин уларға былай тип яуап бир: «Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Мине ташланы, – тип белдерә Раббы. – Башҡа илаһтар артынан эйәрҙеләр, уларға хеҙмәт иттеләр һәм сәждә ҡылдылар. Минән ваз кисеп, ҡанунымды тотманылар.


Ә һеҙ аталарығыҙҙан да яманыраҡ ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ; Мине тыңламайынса, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәрегеҙ буйынса йәшәй.


Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».


Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар.


Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.


Аҡыл эйәләре оятҡа ҡалды, Сараһыҙлыҡҡа төштө, тоҙаҡҡа эләкте. Улар Раббы һүҙенән баш тартты – Шунан, ҡайҙа уларҙың аҡылы?


баш-баштаҡ булмыштарына буйһондолар, ата-бабалары өйрәткәнсә, Бәғелдәргә эйәрҙеләр.


Һеҙ ялғандарығыҙ менән тоғро кешеләрҙе әрнеттегеҙ, ә Мин уларҙы әрнетергә теләмәгән инем. Яман кеше боҙоҡ юлынан боролмаһын, йәнен һаҡлап ҡалмаһын өсөн, һеҙ уны хуплап торҙоғоҙ.


Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем.


Сөнки улар ҡағиҙәләремде кире ҡаҡты, бойороҡтарымды тыңламаны, шәмбе көндәремде боҙҙо, уларҙың күңелдәре боттарына береккәйне.


Сүлдә уларҙың балаларына әйттем: „Аталарығыҙҙың йолалары буйынса йәшәмәгеҙ, уларҙың ҡағиҙәләрен тотмағыҙ, боттары менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.


сөнки ҡанун-ҡағиҙәләремде үтәмәнеләр, бойороҡтарымды кире ҡаҡтылар, шәмбе көндәремде боҙҙолар, ата-бабаларының боттарына күҙ төбәнеләр.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Аталарығыҙ һымаҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе нәжесләмәйһегеҙме? Уларҙың ерәнгес боттары артынан эйәреп зина ҡылмайһығыҙмы?


Пәйғәмбәрҙәре, уйҙырма күренмештәр күреп, ялған күрәҙәлек итеп, был ғәмәлдәрҙең өҫтөн һылап-шымартып ҡуя; Мин Раббы әйтмәгән хәлдә лә: „Раббы Хаким шулай ти“, – тип һөйләй.


Һин Минең изге әйберҙәремде һанға һуҡманың, шәмбе көндәремде боҙҙоң.


Йәһүҙәгә лә Раббының дәғүәһе бар; Ҡылған ҡылыҡтары өсөн Яҡупҡа язаһын бирер Раббы; Ғәмәлдәренең әжерен бирер.


Әсә ҡарынында туғанының үксәһенән тотто, Ир ҡоронда Алла менән алышты,


Йәһүҙә, һин дә әжереңде аласаҡһың әле! Мин халҡымдың тәҡдирен үҙгәрткән саҡта,


Раббы былай ти: «Дамаск енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тимер тешле ашлыҡ һуҡҡыс менән Ғилғәдте төйгәнгә күрә,


«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Был ҡаланың байҙары кеше талай, Ябай халыҡ алдаҡ һөйләй, ауыҙҙары мәкер сәсә.


Ниндәй файҙаһы бар оҫта рәүеш биргән һындың – Ялғанға өйрәтеүсе ҡойолма боттоң? Оҫта үҙе эшләгән әйбергә ышана ла, Тик тегеһе бары телһеҙ бот шул.


Улар, Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Бар ҡылыусыға түгел, ә Ул бар ҡылған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Бар ҡылыусыға иһә мәңгелек маҡтау яуһын! Амин.


Шулай итеп, был бойороҡтарҙы ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.


Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә кәмселекһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ғәзиз ҡаны менән йолоп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ.


Исраил халҡы һаман Раббы хуш күрмәгән яуыз эштәр ҡылыуын дауам итте, Бәғелдәргә һәм Ғаштареҫтарға, Арам, Сидон, Моав, Ғаммон, Пелешеҫ халыҡтарының илаһтарына табынды. Улар Раббыны ташланы, Уға хеҙмәт итмәне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan