Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Филиптарға 3:7 - Изге Яҙма

7 Элек үҙем өсөн табыш тип һанаған нәмәләрҙең Мәсих хаҡына юғалтыу икәнлеген әле килеп аңланым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Элек үҙем өсөн табыш тип һанаған нәмәләрҙең, Мәсих аша, юғалтыу икәнлеген аңланым хәҙер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Элек үҙем өсөн табыш тип һанаған нәмәләрҙең Мәсих хаҡына юғалтыу икәнлеген әле килеп аңланым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Филиптарға 3:7
20 Iomraidhean Croise  

Ҡаланан сыҡҡас, фәрештәләрҙең береһе Лутҡа былай тине: – Йәнеңде ҡотҡар, артыңа әйләнеп ҡарама. Был тирәлә бер ерҙә лә туҡталма, тауҙарға табан йүгер, юҡһа һәләк булырһың!


Луттың ҡатыны артына боролоп ҡарағайны – тоҙ бағанаһына әйләнде.


– Тире урынына тире! – тип яуапланы шайтан. – Йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн әҙәм бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай.


Бай әҙәм байлығы менән ғүмерен һаҡлай, ә ярлыға һис нәмә янамай.


Хәҡиҡәт һатып ал, уны һатма, аҡыл, тәрбиә һәм ғилем йый.


Эҙләр ваҡыт һәм юғалтыр ваҡыт, Һаҡлар ваҡыт һәм ташлар ваҡыт бар;


Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала?


Бартимай, өҫ кейемен сисеп ташлап, һикереп торҙо ла Ғайса янына килде.


– Яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Минән нығыраҡ ярата икән, ул шәкертем була алмай.


Шуның кеүек, һеҙҙең берегеҙ ҙә, бөтә нәмәһенән баш тартмаһа, Минең шәкертем була алмаясаҡ.


Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.


Ашап туйғас, карапты еңеләйтеү өсөн, диңгеҙселәр бойҙайҙы диңгеҙгә ташланы.


Ул үҙен көткән әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan