Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Филиптарға 3:5 - Изге Яҙма

5 Мин тыуғас, һигеҙенсе көндә үк сөннәткә ултыртылғанмын, Исраил халҡынанмын, Бинйәмин ырыуынанмын, ғивриҙәрҙән тыуған ғивримен, ҡанун буйынса фарисей,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

5 Мин тыуғас, һигеҙенсе көндә үк сөннәткә ултыртылғанмын, Израиль халҡынанмын, Вениамин нәҫеленәнмен, еврейҙарҙан тыуған евреймын, ҡанун буйынса фарисей,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Мин тыуғас, һигеҙенсе көндә үк сөннәткә ултыртылғанмын, Исраил халҡынанмын, Бинйәмин ырыуынанмын, ғивриҙәрҙән тыуған ғивримен, ҡанун буйынса фарисей,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Филиптарға 3:5
16 Iomraidhean Croise  

Ҡасып ҡотолғандарҙан берәү килеп, ғиври Ибрамға бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта Әшкол менән Ғанерҙың туғаны әмөри кешеһе Мамреның имәнлеге янында йәшәй ине. Улар барыһы ла Ибрам яҡлылар ине.


Яңы тыуған ир балаларҙың һәр береһе – үҙ йортонда тыуғаны ла, тоҡомоңдан булмайынса, ситтәрҙән һатып алынғаны ла донъяға килгәндең һигеҙенсе көнөндә сөннәтләнһен. Быуындан-быуынға шулай булһын.


Мине ғивриҙәр еренән урлап алып килделәр. Бында ла зинданға бикләрлек бер нәмә лә эшләмәнем!


Беҙҙең менән бергә һаҡсылар башлығының ҡоло булған йәш ғиври бар ине. Беҙ уға төштәребеҙҙе һөйләнек. Ул беҙгә юраны, һәр беребеҙгә нимә аңлатҡанын әйтеп бирҙе.


– Мин ғивримен, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин диңгеҙ менән ҡоро ерҙе бар иткән Күк Аллаһы Раббыға табынам.


Һигеҙенсе көндә улар баланы сөннәткә ултыртырға килде һәм атаһының исеме менән Зәкәрьяһ тип атарға ниәтләне.


Һигеҙенсе көндө, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡуштылар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргәйне.


Яңы шарап яңы турһыҡҡа тултырылырға тейеш.


– Мин – йәһүд, – тине Паулус. – Киликияның Тарсос ҡалаһында тыуҙым, Йәрүсәлимдә тәрбиәләндем. Хөрмәтле Ғамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.


Бындағыларҙың бер өлөшө – саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген күргәндән һуң, Паулус ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлағаным өсөн хөкөм итәләр, – тине.


Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грекса һөйләшкән йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгәндә беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.


Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Исраил кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Бинйәмин тоҡомонанмын.


Улар ғивриме? Мин дә! Исраилдармы? Мин дә! Ибраһим нәҫеленәнме? Мин дә!


Ҡысҡырышҡан тауыштарҙы ишеткән пелештиҙәр: – Ғивриҙәр тупламында ниндәй шау-шыу ул? – тип ғәжәпләнде. Тупламға Раббы һандығы килгәнен белгәс,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan