Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Филиптарға 2:26 - Изге Яҙма

26 Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

26 Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына, һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

26 Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Филиптарға 2:26
23 Iomraidhean Croise  

Әммә ваҡыт уҙған һайын Дауыттың Авшаломдан үс алыу теләге үтте, сөнки Амнондың үлеү ҡайғыһы баҫыла төшкәйне.


Дауыт, халыҡты ҡырған фәрештәне күргәс, Раббыға былай тине: – Мин гонаһ ҡылдым, енәйәтте мин эшләнем. Ә был кешеләрҙең, Һинең һарыҡтарыңдың, ниндәй ғәйебе бар һуң? Ҡулыңды миңә һәм атайым йортона төшөрһәнә.


„Аһ-зарымды онотайым, Хәсрәтле йөҙөм яҡтырһын“, – тиһәм,


Хәүеф кешенең йөрәген бөтөрә, яғымлы һүҙ күңелен күтәрә.


Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.


Эй хәлдән тайғандар, ауыр йөктән интеккәндәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙҙе тынысландырырмын.


Ул Үҙе менән Петрусты һәм Зәбәҙәйостың ике улын алды. Ғайсаны һағыш һәм хәүеф солғап алды.


Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.


Изге Рухтан алған фатихамды һеҙҙең менән уртаҡлашып, һеҙҙе нығытыр, йәғни уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе ҡеүәтләндерер өсөн, һеҙҙе бик ныҡ күргем килә.


Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.


йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы менән тулы һәм һыҙланыуҙан туҡтамай.


Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе ҡәҙерләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.


Һеҙҙең өсөн доға ҡылғанда, Алла һеҙгә мул итеп яуҙырған мәрхәмәт арҡаһында, улар күңелдәре менән янығыҙға ашҡыныр.


Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.


Шуға күрә, һеҙҙең хаҡҡа ғазаптар сигеүемә күңелегеҙ төшмәһен, тип үтенәм. Был ғазаптар – һеҙҙең данығыҙ өсөн.


Һеҙҙе иҫкә төшөргән һайын Аллама рәхмәттәр уҡыйым,


Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.


Мохтажлыҡ кисергәнемдә һеҙҙең миңә ярҙамға ебәргән вәкилегеҙ, имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Әпәфродитосты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам.


Әпәфродитос, ысынлап та, ныҡ ауырып китте, хатта үлем хәлендә ине. Тик, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы булмаһын тип, Алла уға ғына түгел, миңә лә мәрхәмәт күрһәтте.


Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һөйөклө имандаштарым, һеҙ минең шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, һөйөклөләрем!


Шуға күрә, әле һәр төрлө һынауҙарҙан әҙ генә ваҡытҡа ғазап сигергә тейеш булһағыҙ ҙа, ҡыуанығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan