Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Филиптарға 2:22 - Изге Яҙма

22 Тимоҫеустың ышаныслы булыуы һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

22 Тимофейҙың тоғролоғо иһә һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

22 Тимоҫеустың ышаныслы булыуы һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Филиптарға 2:22
20 Iomraidhean Croise  

Лустралағы һәм Икониондағы имандаштар Тимоҫеусты яҡшы яҡтан ғына телгә алды.


Сыҙамлыҡтан – ныҡлыҡ, ныҡлыҡтан өмөт барлыҡҡа килә.


Янығыҙға Тимоҫеус килһә, иғтибарлы булығыҙ, уға хәүеф янамаһын, сөнки ул, минең кеүек үк, Раббы эшен башҡара.


Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым, һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр имандаштар берҙәмлегендә мин ошолар тураһында өйрәтәм.


Һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтә нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы, икәнен белеү өсөн яҙҙым хатымды.


Улар менән бергә тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ. Уның тырышлығы күп тапҡырҙар һәм байтаҡ эштәрҙә һыналған һәм хәҙер, һеҙгә тулыһынса ышанып, тағы ла нығыраҡ тырыша.


Шулай итеп, мөхәббәтегеҙҙе һәм һеҙҙең менән маҡтаныуыбыҙҙың ғәҙел икәнен уларға берҙәмлектәр алдында иҫбат итегеҙ.


Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм.


Имандаштар, минең менән булған хәлдәрҙең дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа файҙа килтергәнен белеүегеҙҙе теләйем.


Былары, минең Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлау өсөн Алла тарафынан төрмәгә бикләнгәнемде белеп, мөхәббәткә таянып эш итә.


сөнки тәүге көндән башлап бөгөнгә тиклем Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа ҡатнашаһығыҙ.


Миңә һеҙҙең бөтәгеҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.


Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ.


Тимоҫеус улым, һинең турала элек һөйләнгән пәйғәмбәрлек һүҙҙәре буйынса, үҙемдең әмеремде еткерәм: һин, уларға таянып, лайыҡлы көрәш алып бар,


ысын имандаш улым Тимоҫеусҡа сәләм. Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт, именлек булһын.


Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың.


ҡәҙерле улым Тимоҫеусҡа сәләм. Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек булһын.


Ә һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, сыҙамлыҡта ла минән өлгө алдың.


Минең менән бер үк иманды уртаҡлашыусы ысын улым Титусҡа Атабыҙ Алланан һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек теләйем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan