Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Филиптарға 1:7 - Изге Яҙма

7 Миңә һеҙҙең бөтәгеҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Миңә һеҙҙең бөтөнөгөҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Миңә һеҙҙең бөтәгеҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Филиптарға 1:7
34 Iomraidhean Croise  

Фәҡәт шуны беләм: ниндәй генә ҡалаға барһам да, Изге Рух мине бығауҙар һәм хәсрәт көтөүе тураһында иҫкәртә.


Ғәскәриҙәр башлығы, яҡыныраҡ килеп, Паулусты ҡулға алды, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе. – Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул.


Ул бөтәһенә лә түҙә, бөтә нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.


Һөйөнөслө Хәбәрҙең фатихаларын уртаҡлашыу өсөн, быларҙың һәммәһен дә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына башҡарам.


Һеҙ үҙегеҙ – беҙҙең хатыбыҙ. Ул беҙҙең күңелдәребеҙгә яҙылған, уны бөтә кеше белә һәм уҡый ала.


Быны мин һеҙҙе хөкөм итеп әйтмәйем: элек әйткәнемсә, һеҙ бит беҙҙең йөрәгебеҙҙә. Үлемдә лә, тормошта ла беҙҙе бер нәмә лә һеҙҙән айыра алмай.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Бына шуға күрә мин, Паулус, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандарҙың хаҡына Ғайса Мәсихтең тотҡоно, Аллаға доға ҡылам.


Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.


Доғаларығыҙҙа минең тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына вәкил булып, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ.


Имандаштар, минең менән булған хәлдәрҙең дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа файҙа килтергәнен белеүегеҙҙе теләйем.


Һөҙөмтәлә Мәсих хаҡына тотҡонда булыуым ҡайсар һаҡсыларына ла, башҡаларға ла мәғлүм булды.


Ә имандаштарыбыҙҙың күбеһенең, тотҡонда булыуымды белеп, Раббыға ышаныстары нығынды, Алла һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса вәғәзләй башланылар.


сөнки тәүге көндән башлап бөгөнгә тиклем Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа ҡатнашаһығыҙ.


Тимоҫеустың ышаныслы булыуы һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте.


Шулай ҙа, минең хәсрәттәремде уртаҡлашып, һеҙ яҡшы эшләнегеҙ.


Һеҙ үҙегеҙ, Филиппойҙа йәшәүселәр, беләһегеҙ, Һөйөнөслө Хәбәр таратып, Македониянан киткәс, һеҙҙән башҡа бер генә имандаштар берҙәмлегенән дә хеҙмәтем өсөн матди ярҙам алманым.


Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.


Был сәләмде мин, Паулус, үҙ ҡулым менән яҙам. Минең тотҡонда икәнлегемде онотмағыҙ. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын.


Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын.


Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – яҡтылыҡ һәм көн балалары, ә төн һәм ҡараңғылыҡтыҡы түгел.


Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан.


Шуның өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.


Мин уны үҙ янымда ҡалдырырға ла теләр инем, ул һинең урынға миңә, Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына төрмәлә ултырған тотҡонға, ярҙам итер ине.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Ҡаһины Ғайса тураһында ентекләп уйлағыҙ.


Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның шөһрәте асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ шөһрәтте уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәрҙән үтенеп һорайым:


Әлегә, ерҙә йәшәгән сағымда, хәтерегеҙҙе яңыртып тороуҙы бурысым тип һанайым.


Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше йәшәмәй, ул әлегә үлем хакимлығында.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan