Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Филимонға 1:7 - Изге Яҙма

7 Һинең мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша тынысланды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Һинең ошо мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша сафланды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Һинең мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша тынысланды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Филимонға 1:7
11 Iomraidhean Croise  

Улар минең дә, һеҙҙең дә рухығыҙҙы тынысландырҙы, ундайҙарҙы хөрмәт итегеҙ.


Шуның өсөн күңелдәребеҙ күтәрелде. Ә инде Титустың шатлығына тағы ла нығыраҡ ҡыуандыҡ: һеҙ бөтәгеҙ ҙә уның рухын тынысландырғанһығыҙ.


Мин һеҙгә ныҡ ышанам, һеҙҙең менән бик ғорурланам. Күңелем йыуаныс менән тулы, һәр төрлө ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә ҡарамаҫтан, ҡыуанысым сикһеҙ ҙур.


Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ.


Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.


Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?


Һеҙҙең арҡала Аллабыҙ алдында кисергән ҡыуаныстарыбыҙ өсөн Уға ниндәй генә рәхмәттәр әйтәйек икән!


Онесифорос ғаиләһенә Раббы шәфҡәт бирһен, ул күп тапҡыр күңелемде йыуатты, төрмәлә ултырыуымдан да оялманы.


Шулай, имандашым, Раббы хаҡына хәҙер инде мин дә файҙаңды күрергә теләйем. Мәсихтә йөрәгемә ҡыуаныс һал.


Һинең балаларың араһында, беҙгә Ата бойорғанса, хәҡиҡәт юлында булыусыларҙы тапҡаныма бик ҡыуандым.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan