Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Филимонға 1:1 - Изге Яҙма

1-2 Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филемонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Әпфиә ханыма, көрәштәшебеҙ Архиппусҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Паулустан һәм имандашығыҙ Тимоҫеустан сәләм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1-2 Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филимонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Апфия ханыма, көрәштәшебеҙ Архипҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Павелдан һәм имандашығыҙ Тимофейҙан хат.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1-2 Ҡәҙерле дуҫыбыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙ Филемонға һәм уның йортонда йыйыла торған имандаштар берҙәмлегенә, имандашыбыҙ Әпфиә ханыма, көрәштәшебеҙ Архиппусҡа Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Паулустан һәм имандашығыҙ Тимоҫеустан сәләм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Филимонға 1:1
18 Iomraidhean Croise  

Шунан һуң Паулус Дербеға, ә унан Лустраға барып етте. Унда Тимоҫеус исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине.


Беҙ – Алланың хеҙмәттәштәре, ә һеҙ – Алланың иген баҫыуы, Алланың ҡоролмаһы.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан Алланың Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә, шулай уҡ тотош Ахая өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.


Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.


Бына шуға күрә мин, Паулус, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандарҙың хаҡына Ғайса Мәсихтең тотҡоно, Аллаға доға ҡылам.


Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.


Доғаларығыҙҙа минең тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына вәкил булып, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ.


Ғайса Мәсихтең ҡолдары Паулус менән Тимоҫеустан Филиппойҙағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтәге бар изгеләргә сәләм.


Мохтажлыҡ кисергәнемдә һеҙҙең миңә ярҙамға ебәргән вәкилегеҙ, имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Әпәфродитосты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам.


Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.


Алланың ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан


Һеҙҙе Юстос ҡушаматлы Йеһошуағ та сәләмләй. Улар – миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр.


һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытырға, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимоҫеусты һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.


Тессалоникелағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Аллала һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә булғандарға Паулустан, Силуандан һәм Тимоҫеустан сәләм.


Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан.


Минең менән бергә Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Әпәфрас


һәм хеҙмәттәштәрем Маркус, Аристархос, Демас һәм Лукас һиңә сәләм әйтәләр.


башҡа берәү түгел, мин, ҡарт Паулус, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсихкә инаныуым өсөн төрмәлә ултырыусы тотҡон, һөйөүебеҙгә таянып, һиңә үтенес менән өндәшәм.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan