Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 9:7 - Изге Яҙма

7 Сатырҙың эске өлөшөнә иһә бары тик баш ҡаһин ғына йылына бер тапҡыр инә. Ул мотлаҡ рәүештә үҙе менән ҡорбан ҡанын алып инә. Был ҡанды үҙенең һәм халыҡтың белмәйенсә ҡылған гонаһтары өсөн килтерә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Сатырҙың икенсе өлөшөнә иһә йылына бер тапҡыр баш рухани ғына инә. Ул үҙе өсөн дә, халыҡтың белмәйенсә ҡылынған гонаһтары өсөн дә ҡорбанға үҙе менән ҡан алырға тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Сатырҙың эске өлөшөнә иһә бары тик баш ҡаһин ғына йылына бер тапҡыр инә. Ул мотлаҡ рәүештә үҙе менән ҡорбан ҡанын алып инә. Был ҡанды үҙенең һәм халыҡтың белмәйенсә ҡылған гонаһтары өсөн килтерә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 9:7
23 Iomraidhean Croise  

Шул саҡ Раббының Ғуззаға ҡаршы асыуы ҡабарҙы һәм Ул һандыҡҡа ҡағылырға батырсылыҡ иткән Ғуззаның ғүмерен өҙҙө. Ғузза шунда, Алла һандығы янында, йән бирҙе.


Ләкин Менашше Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын шул тиклем юлдан яҙҙыра, хатта Раббы Исраил халҡы алдынан юҡ иткән ҡәүемдәрҙән дә былайыраҡ золом ҡылалар.


Ҡәүемдәргә: «Раббы – батша!» – тип иғлан итегеҙ. Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ. Раббы халыҡтарға хаҡ хөкөм ҡылыр.


Йылына бер тапҡыр Һарун ҡорбан усағының мөгөҙҙәрен гонаһ ҡорбанының ҡаны менән пакландырһын. Быуындан-быуынға йылына бер тапҡыр ҡорбан усағын пакландырыу йолаһын башҡарырға кәрәк. Был ҡорбан усағы – Раббы өсөн изгеләрҙән-изге.


Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр ҙә Иҫерешеп тәнтерәкләп йөрөп ята. Уларҙы шарап еңгән, хәмер аҡылдарын алған. Улар күргән күренмештәр ялған, Хөкөмдә сығарған ҡарарҙары яңылыш.


Шуға күрә Мин дә был халыҡҡа Яңы мөғжизә, шаҡ ҡатырлыҡ хикмәт ҡылырмын. Аҡыл эйәләренең аҡылы юҡҡа сығыр, Зиһенлеләрҙең зиһене бөтөр».


Халҡымды бала-саға иҙә, Өҫтөнән ҡатын-ҡыҙ хакимлыҡ итә. Эй халҡым! Юлбашсыларың аҙаштыра, Һеҙҙе юлығыҙҙан яҙлыҡтыра.


Сөнки әйҙәүселәре был халыҡты аҙаштырыр, Улар артынан эйәреүселәр оятҡа ҡалыр.


Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар.


Был һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: Исраил халҡы бөтә гонаһтарынан арынһын өсөн, йылына бер тапҡыр пакландырыу йолаһы башҡарылһын. Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, Һарун барыһын да шулай эшләне.


Гонаһ ҡылған кеше ҡаһинға ғәйеп ҡорбаны итеп ваҡ малдан кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш. Ҡаһин уны белмәйенсә эшләгән ғәйебенән паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


Етеҙҙең ҡасырға хәле ҡалмаҫ, Көслөнө ҡеүәте ташлап китер, Ҡаһарман үҙенең йәнен ҡотҡара алмаҫ.


Ҡаһин бөтә исраилдар йәмғиәтен пакландырыу йолаһын үткәрһен, һәм улар ғәфү ителер, сөнки белмәйенсә хата эшләнеләр; шул хата өсөн улар Раббыға ут ҡорбаны һәм Раббы хозурында гонаһ ҡорбаны килтерҙеләр.


Уларҙың наҙанлыҡтан һәм тиҫкәрелектән аңдары томаланған. Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгәндәр.


Ләкин был ҡорбандар гонаһтар тураһында йылдың-йылы иҫкә төшөрөп тора.


Был өмөт, беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь булып, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға инә.


Ул, бүтән баш ҡаһиндар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе.


Икенсе пәрҙә артында Иң мөҡәддәс тип аталған урын бар ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan