Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 9:4 - Изге Яҙма

4 Унда хуш еҫ төтәҫләгес алтын ҡорбан усағы һәм алтын менән көпләнгән Килешеү һандығы, майҙә һалынған алтын һауыт, Һарундың бөрөләнгән таяғы һәм килешеү бойороҡтары яҙылған таҡтаташтар урынлаштырылғайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

4 Унда хуш еҫле сайыр төтәтә торған алтындан яһалған урын һәм алтын менән көпләнгән килешеү һандығы, манна һалынған алтын һауыт, Һарундың шытым ебәргән таяғы һәм килешеү әмерҙәре яҙылған таштаҡталар урынлаштырылғайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Унда хуш еҫ төтәҫләгес алтын ҡорбан усағы һәм алтын менән көпләнгән Килешеү һандығы, майҙә һалынған алтын һауыт, Һарундың бөрөләнгән таяғы һәм килешеү бойороҡтары яҙылған таҡтаташтар урынлаштырылғайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 9:4
26 Iomraidhean Croise  

саф алтын тастар, филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәренең һәм ҡорам залы ишектәренең күгәндәре лә алтындан ине.


Шунда ата-бабаларыбыҙҙы Мысыр еренән алып сыҡҡандан һуң Раббының улар менән төҙөгән килешеүе һалынған һандыҡты урынлаштырҙым.


Исраил халҡын Мысыр еренән алып сыҡҡан заманда Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалғайны. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә юҡ ине.


Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан заманда, Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында, Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалған була. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә булмай.


Пәрҙәне сатыр түбәһендәге ҡаптырмаларға эл дә Килешеү һандығын пәрҙә эсенә ҡуй. Был пәрҙә Мөҡәддәс урын менән Иң мөҡәддәс урынды айырып торһон.


Синай тауында, Муса менән һүҙен тамамлағас, Алла уға Үҙ бармағы менән яҙған ике таҡтаташты – килешеү таҡтаташтарын бирҙе.


Муса боролдо ла тауҙан төшә башланы. Ул ҡулына ике яғына ла килешеү һүҙҙәре яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны.


Муса Синай тауынан төшкәндә, ҡулына килешеү яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны. Раббы менән һөйләшкәнгә күрә йөҙө нур сәсеп тора, әммә Муса үҙе был хаҡта белмәй ине.


Ул сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы яһаны: буйы менән иңе – берәр терһәк, бейеклеге ике терһәк ҙурлығында, дүрткел ине. Мөгөҙҙәре ҡорбан усағы менән бер бөтөн ине.


Килешеү һандығын, уның ҡолғаларын, ҡапҡасын,


Уның эсенә Килешеү һандығын индер ҙә уны пәрҙә менән ҡапла.


Раббы ҡаршыһындағы ҡорбан усағынан төтәҫләгескә ҡуҙ тултырһын, яҡшылап төйөлгән һумала-майҙарҙы ҡуш услап алһын һәм пәрҙә артына индерһен.


Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.


Кемде һайлаһам, шуның таяғы сәскә атыр. Мин Исраил халҡының һеҙгә һуҡраныуын шулай туҡтатырмын.


Иртәгәһенә Муса Килешеү сатырына инһә, ни күрә: Һарундың таяғы – Леви нәҫеленең таяғы – бөрөләнеп, сәскә атҡан, шунан баҙам сәтләүеге өлгөргән!


Ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәс, ике таҡтаташ, килешеү таҡтаташтарын бирҙе.


Мин таҡтаташтарҙы – Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүе яҙылған таҡтаташтарҙы – алырға тауға мендем; унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булдым: икмәк ашаманым, һыу эсмәнем.


Шунан һуң күктә Алла йорто асылды һәм унда Килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.


Тағы бер фәрештә, ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы ҡаршыһына килеп баҫты. Унда Алланың бөтә изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan