Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 8:8 - Изге Яҙма

8 Әммә Алла Үҙенең халҡын ғәйепләп, былай тип әйтә: «Бына, шундай көндәр килә, – ти Раббы, – Мин Исраил һәм Йәһүҙә халҡы менән Яңы килешеү төҙөрмөн.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

8 Әммә Алла Үҙенең халҡын ғәйепләп, былай тип әйтә: «Шундай көндәр килер, ти Раббы, Мин Израиль халҡы һәм Йәһүҙә халҡы менән яңы килешеү төҙөйәсәкмен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Әммә Алла Үҙенең халҡын ғәйепләп, былай тип әйтә: «Бына, шундай көндәр килә, – ти Раббы, – Мин Исраил һәм Йәһүҙә халҡы менән Яңы килешеү төҙөрмөн.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 8:8
25 Iomraidhean Croise  

Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.


«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Дауыт нәҫеленән тоғро бер Үҫенте үҫтерермен. Ул аҡыл менән идара итер, Ерҙә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр батша буласаҡ.


– Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – кешеләр ант иткәндә «Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан тере Раббы Үҙе шаһит!» тип әйтмәҫ.


Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – халҡым Исраил менән Йәһүҙәне тағы элекке мул, имен тормошона ирештерермен. Уларҙы ата-бабаларына Үҙем биргән ергә яңынан ҡайтарырмын, һәм уға ҡабат хужа булырҙар».


– Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраил менән Йәһүҙәне кешеләр һәм мал-тыуар менән тултырырмын.


– Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Йәрүсәлим ҡалаһы Хананил манараһынан башлап Мөйөш ҡапҡаһына тиклем Минең өсөн яңынан төҙөлөр.


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Мин улар менән именлек килешеүе төҙөшөрмөн. Был улар менән мәңгелек килешеү булыр. Мин уларҙы үҙ ерҙәрендә төйәкләндерермен, күбәйтермен, Үҙемдең Изге торлағымды мәңгелеккә уларҙың араһына ҡуйырмын.


– Был – гонаһтарҙың ғәфү ителеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.


– Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.


Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Әҙәм Улының көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ.


Киске аштан һуң да Ғайса ҡулына кәсә алды: – Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү.


Яңы шарап яңы турһыҡҡа тултырылырға тейеш.


Шулай уҡ киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ».


Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.


Был антлашып төҙөлгән килешеүҙе Ул бер һеҙҙең менән, Аллабыҙ Раббы хозурында торғандар менән генә түгел, ә киләсәк быуындар менән дә беркетә.


яңы Килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.


Был ант Алла менән килешеүҙең – Уның ышаныслыһы Ғайса ине – ни тиклем яҡшыраҡ икәнен күрһәтә.


Был килешеүҙе «яңы» тип атап, Ул беренсе килешеүҙең иҫкереүен күрһәтте, ә иҫкергән һәм мәғәнәһе кәрәге бөтә барған нәмә оҙаҡҡа бармай юҡҡа сыға.


Ғайса аралашсы булған килешеү тәүгеһенә ҡарағанда ни тиклем яҡшыраҡ булған кеүек, Уға тапшырылған хеҙмәт ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәтенән шул тиклем юғарыраҡ. Сөнки яңы килешеү яҡшыраҡ вәғәҙәләргә нигеҙләнгән.


Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар Ул вәғәҙә иткән яҡшылыҡтарға мәңге эйә булһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan