Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 8:12 - Изге Яҙма

12 Енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

12 Мин уларҙың яуызлыҡтарын кисерәсәкмен, ә ҡылған гонаһтарын бер ҡасан да иҫемә төшөрмәйәсәкмен».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 8:12
17 Iomraidhean Croise  

Яңғыратып шөкөрана ҡылыр, Мөғжизәле эштәреңде һөйләр өсөн.


Аллаға былай тип әйтегеҙ: «Ни ҡәҙәр дәһшәтле ғәмәлдәрең! Һин шул тиклем ҡөҙрәтлеһең, Дошмандарың алдыңда бөгөлөп төшөр.


Мин, Мин Үҙем, Үҙемдең хаҡыма Енәйәттәреңде юйып ташлайым, Гонаһтарыңды башҡаса иҫкә алмам.


Енәйәттәреңде – томан, Гонаһтарыңды болот һымаҡ тараттым. Миңә ҡайт, сөнки Мин һине йолоп алдым», – ти Раббы.


Унан һуң бер кем дә үҙенең яҡынын һәм туғанын: «Раббыны танып бел!» – тип өйрәтмәҫ. Барыһы ла, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Мине үҙҙәре танып белер, – ти Раббы, – сөнки енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм.


Уларҙы Миңә ҡаршы ҡылған барлыҡ гонаһтарынан таҙартырмын, бөтә енәйәттәрен, Миңә ҡаршы ойошторған фетнәләрен ғәфү итермен.


Ул көндәрҙә һәм ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраилдың ғәйебен эҙләрҙәр, тик ул булмаҫ. Йәһүҙәнең гонаһтарын юлларҙар, әммә ул табылмаҫ. Сөнки Үҙем иҫән ҡалдырғандарымды ярлыҡармын».


Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алғанБашҡа алла бармы?


Ғәйре беҙгә йәнә миһырбанлы булырһың, Ғәйептәрҙе беҙҙең юйып ташларһың, Гонаһтарҙы диңгеҙ упҡынына ырғытырһың.


Мин уларҙың гонаһтарын алып ташлармын – улар менән төҙөгән килешеүем бына шул булыр».


Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте.


Беҙ Уның Улы аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә.


һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan