Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 8:11 - Изге Яҙма

11 Бер кем дә икенсе берәүҙе йәки туғанын: „Раббыны танып бел!“ – тип өйрәтмәҫ. Олоһонан алып кесеһенә тиклем барыһы ла Мине танып белер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 Бер кем дә үҙенең яҡынын һәм бер кем дә үҙенең туғанын: „Раббыны танып бел“, – тип өйрәтмәйәсәк. Сөнки кесеһенән башлап олоһона тиклем бөтөнөһө Мине беләсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Бер кем дә икенсе берәүҙе йәки туғанын: „Раббыны танып бел!“ – тип өйрәтмәҫ. Олоһонан алып кесеһенә тиклем барыһы ла Мине танып белер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 8:11
18 Iomraidhean Croise  

Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Хизкияһ Раббыға хеҙмәттә оҫталыҡ күрһәткән бөтә левиҙәрҙе рухландыра. Татыулыҡ ҡорбандары килтерә-килтерә, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны данлай-данлай, байрам ризығын ете көн ашайҙар.


Ә һин иһә, Ғөзәйер, Аллаң һиңә биргән аҡыл менән идара итеүселәр һәм хөкөмдарҙар ҡуй. Әйҙә улар Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәлә йәшәгән барлыҡ халыҡҡа – Аллаңдың ҡанундарын белгәндәр халыҡҡа хөкөм ҡылһын. Ә ҡанун белмәгәндәрҙе һеҙ өйрәтегеҙ.


Бихисап халыҡтар килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.


Бөтә балаларыңды Мин, Раббы, өйрәтәсәкмен, Улар камил бер именлек эсендә йәшәр.


Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.


Унан һуң бер кем дә үҙенең яҡынын һәм туғанын: «Раббыны танып бел!» – тип өйрәтмәҫ. Барыһы ла, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Мине үҙҙәре танып белер, – ти Раббы, – сөнки енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм.


Барлыҡ хәрби түрәләр, Ҡареах улы Йоханан, Һошағъяһ улы Язанъяһ һәм ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем бөтә халыҡ килеп


Йермеяһ Ҡареах улы Йохананды, уның менән булған барлыҡ хәрби түрәләрҙе, ябайынан алып затлыһына тиклем бөтә халыҡты саҡырып алды.


Иҫән ҡалған һәм, төйәкләнмәк булып, Мысырға юлланған йәһүҙиҙәрҙе һәләк итәсәкмен. Улар барыһы ла юҡ ителер, Мысыр тупрағына йығылыр. Ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырылыр. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем ҡылыстан һәм аслыҡтан үлер, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә, хурлыҡ һәм мәсхәрәгә дусар булыр.


Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.


Шул саҡ Минең уларҙың Аллаһы Раббы булғанымды, улар, Исраил нәҫеле – Минең халҡым икәнен беләсәктәр, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Һыу диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббы шөһрәтен танып-белеү менән тулыр.


Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә.


Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уны хайран ҡалып тыңланы. «Был әҙәм – „Бөйөк“ тип аталған Алла ҡөҙрәте», – тинеләр уның хаҡында.


Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтәһен дә өйрәтә, һәм Ул хәҡиҡәтте өйрәтә, ялғанды түгел. Рух өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.


Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan