Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 7:3 - Изге Яҙма

3 Мәлки-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге ҡаһин булып ҡала.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Мәлик-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге рухани булып ҡала.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Мәлки-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге ҡаһин булып ҡала.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 7:3
11 Iomraidhean Croise  

Ҡыһаҫ улдары: Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил. Ҡыһаҫ йөҙ ҙә утыҙ өс йыл йәшәне.


икенсе айҙың беренсе көнөндә бөтә йәмғиәтте йыйҙылар ҙа Раббы бойорғанса йәше егерменән уҙған барлыҡ ир-атты нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса берәм-берәм исемлеккә теркәнеләр. Шул рәүешле Муса Синай сүлендә халыҡтың иҫәбен алды.


Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә бойор, – тине.


Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Ҡаһиныбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ иманыбыҙҙа ныҡ торайыҡ.


Сәлим батшаһы, Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡаһины Мәлки-Садиҡ, батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгән Ибраһимды осратып, уға фатихаһын бирә.


Изге Яҙмала Уның тураһында: «Һин – Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге мәңгелек ҡаһинһың», – тиелгән.


Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан табышының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлки-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Сәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы».


Ә ҡаһин Мәлки-Садиҡ, Леви тоҡомонан булмаһа ла, Ибраһимдың табышының ундан бер өлөшөн ҡабул итә һәм уға, Алла вәғәҙәһен алған кешегә, фатихаһын бирә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan