Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 7:11 - Изге Яҙма

11 Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Леви ҡаһинлығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге икенсе мәңгелек Ҡаһиндың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Левий руханилығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Руханиҙың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Леви ҡаһинлығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге икенсе мәңгелек Ҡаһиндың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 7:11
17 Iomraidhean Croise  

Алла мәрхәмәтен кире ҡаҡмайым. Әгәр кеше ҡанунды үтәү юлы менән аҡлана икән, Мәсих юҡҡа үлгән булып сыға.


Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъяның идара итеүсе көстәре ҡоллоғонда инек.


Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?


Ул Алла тарафынан Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге Баш Ҡаһин итеп билдәләнде.


Шулай уҡ Изге Яҙманың икенсе бер урынында Алла: «Һин – Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге мәңгелек ҡаһинһың», – тип әйтә.


Унда беҙҙең хаҡҡа, Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге мәңгелек Баш Ҡаһин булғандан һуң, башлап йөрөүсебеҙ булып Ғайса инде.


Сөнки Мәлки-Садиҡ Ибраһимды осратҡан ваҡытта, Леви тыумаһа ла, ул үҙенең тәүатаһы Ибраһимдың тәнендә була.


Сәбәбе шунда: ҡаһинлыҡ үҙгәрһә, ҡанун да үҙгәрергә тейеш.


Ә беҙ һөйләгән Зат – Ғайса икенсе бер ырыуҙан булған, ул ырыуҙан бер кем дә ҡорбан усағында хеҙмәт итмәгән.


Бының шулай икәнлеге, Мәлки-Садиҡ кеүек икенсе Ҡаһин килгәс, тағы ла асығыраҡ күренә.


Бүтән ҡаһиндар үҙҙәренең ҡаһинлығын бер ниндәй антһыҙ алды. Ләкин был икенсе Ҡаһин Алланың анты арҡылы, йәғни Алла Уға: «Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ: Һин – мәңгелек Ҡаһин», – тигәндә ҡаһин булды.


Әгәр беренсе килешеүҙең етешһеҙлектәре булмаһа, икенсеһен төҙөүгә ихтыяж тыумаҫ ине.


Ошолай итеп урынлаштырылған сатырҙың алғы өлөшөнә ҡаһиндар ғибәҙәт ҡылыу хеҙмәтен үтәү өсөн даими инә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan