Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 6:16 - Изге Яҙма

16 Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

16 Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 6:16
12 Iomraidhean Croise  

Әммә Ибрам Содом батшаһына: – Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға, ҡулымды күтәреп ант итәм.


Мине лә, балаларымды ла, ейәндәремде лә ҡыйырһытмаҫҡа Алла менән ант ит. Мин һинең менән яҡшы мөғәмәләлә булған һымаҡ, һин дә минең менән, һине һыйындырған ил менән яҡшы мөнәсәбәттә бул.


– Ант итәм, – тине Ибраһим.


Ибраһимдың, Нахорҙың һәм уларҙың ата-бабаларының Аллаһы арабыҙҙа хөкөм ҡылһын. Яҡуп атаһы Исхаҡ тетрәнеп торған Алла менән ант итте.


Ахырҙа батша, Ғивғон кешеләрен саҡырып алып, улар менән һөйләште. Ғивғон кешеләре Исраил ырыуҙарынан түгел ине, әмөриҙәрҙән ҡалғайны улар. Исраилдар уларға зыян килтермәҫкә ант иткәйне. Әммә Шаул, Исраил менән Йәһүҙәнең мәнфәғәтен ҡайғыртып, уларҙы ҡырып бөтөрөргә тырышҡайны.


малды ҡарарға алған әҙәм, кеше мөлкәтенә хасланмауын раҫлап, Раббы хозурында ант итһен. Мал хужаһы иһә антты ҡабул итергә тейеш. Шулай булғанда был мал өсөн хужаға хаҡ түләнмәй.


Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай.


Ибраһимға вәғәҙә биргәндә Алла, ант итерлек Үҙенән бөйөгөрәк бер кем дә булмағас, Үҙенең барлығы менән ант итә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan