Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 5:8 - Изге Яҙма

8 Алла Улы булыуына ҡарамаҫтан, Ул Үҙ ғазаптары аша тыңлаусанлыҡтың асылын төшөндө

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

8 Алла Улы булыуына ҡарамаҫтан, Ул Үҙ ғазаптары аша тыңлаусанлыҡҡа өйрәнде

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Алла Улы булыуына ҡарамаҫтан, Ул Үҙ ғазаптары аша тыңлаусанлыҡтың асылын төшөндө

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 5:8
13 Iomraidhean Croise  

Ул иһә беҙҙең енәйәттәребеҙ арҡаһында тәненә йәрәхәт алған; Беҙҙең ғәйептәребеҙ өсөн ул иҙелгән. Уның язаланыуы беҙгә именлек килтергән, Уның яралары беҙгә сихәт биргән.


– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алланың ғәҙел ихтыярын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды.


Йәнемде Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Йәнемде бирергә лә, кире алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто Мин Атамдан алдым.


Мин – Атамдың бойороҡтарын үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.


Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.


Сөнки Мин күктән, ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине ебәргән Атамдың ихтыярын үтәргә килдем.


Үҙенең үлеменә тиклем, ул ғына ла түгел, арҡысаҡтағы үлемендә лә Үҙен түбән ҡуйҙы һәм тыңлаусан булды.


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне.


Ҡасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла: «Һин – Минең Улым. Бөгөндән Мин Һиңә Ата булдым», – тип әйткәнме ни? Йә булмаһа: «Мин – Уға Атай, ә Ул Миңә Улан булыр», – тигәнме?


Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, тәхетең Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Улан булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan