Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 5:1 - Изге Яҙма

1 Һәр баш ҡаһин, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтарҙан пакланыр өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Һәр баш рухани, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтар өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Һәр баш ҡаһин, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтарҙан пакланыр өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 5:1
17 Iomraidhean Croise  

– Һарун менән улдарын, кейемдәрен, мәсех майын, гонаһ ҡорбаны өсөн үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе, бер кәрзин сөсө икмәк ал да,


Шунан Һарунға: – Раббы бойорғанса, ҡорбан усағы янына бар ҙа, үҙеңде һәм халыҡты гонаһтарҙан паклау йолаһын башҡарып, үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим ит, – тине. – Унан һуң халыҡты гонаһтарынан паклау йолаһын башҡарып, халыҡтың да ҡорбанын килтер.


Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булараҡ, Аллаға хеҙмәт итеүем менән ғорурлана алам.


Мин үҙем алғандарҙы һеҙгә тапшырҙым. Иң мөһиме, Изге Яҙмала яҙылғанса, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлде һәм,


Һәр ҡаһин, көн һайын үҙ хеҙмәтен үтәп, ҡабат-ҡабат бер төрлө ҡорбандар килтерә, әммә был ҡорбандар бер ваҡытта ла гонаһтарҙы юҡҡа сығара алмай,


Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы.


Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул тәҡүә булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әле лә һөйләй.


Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Ул, бүтән баш ҡаһиндар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе.


Һәр баш ҡаһин бүләк һәм ҡорбан килтереү өсөн билдәләнә. Шуға күрә беҙҙең Баш Ҡаһиныбыҙҙың да ҡорбан килтереү өсөн нимәһелер булырға тейеш ине.


Әгәр ерҙә булһа, Ул ҡаһин булмаҫ ине, сөнки ҡанун буйынса ҡорбан килтереүселәр бында бар инде.


Бының бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар: бүләктәр һәм ҡорбандар килтереү менән ғибәҙәт ҡылыусының выжданы сафлана алмай.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan