Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 4:6 - Изге Яҙма

6 Һөйөнөслө Хәбәрҙе элегерәк ишеткән кешеләр, буйһонмауҙары арҡаһында, Алланың тыныс-имен урынына инә алманы. Әммә ҡайһы берәүҙәр унда инә аласаҡ, шуға күрә,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

6 Һөйөнөслө Хәбәрҙе элегерәк ишеткән кешеләр, буйһонмауҙары арҡаһында, Алланың ял биреү урынына инә алманы. Әммә ҡайһы берәүҙәр унда инә аласаҡ, шуға күрә,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Һөйөнөслө Хәбәрҙе элегерәк ишеткән кешеләр, буйһонмауҙары арҡаһында, Алланың тыныс-имен урынына инә алманы. Әммә ҡайһы берәүҙәр унда инә аласаҡ, шуға күрә,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 4:6
14 Iomraidhean Croise  

Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер.


Үләт ебәрермен Мин быларға, ҡырып һалырмын, ә һинән быларға ҡарағанда күберәк тә, көслөрәк тә халыҡ хасил итермен.


Ә бына „дошмандарға табыш булыр инде“ тигән балаларығыҙҙы Мин унда индерермен, һеҙ баш тартҡан ерҙәрҙе улар белер.


Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк.


Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай.


Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: ваҡыт аҙ ҡалды, шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар – ҡатынһыҙ кеүек,


Изге Яҙмала Алланың бүтән халыҡтарҙы имандары аша аҡлаясағы алдан әйтелгәйне, Ибраһимға: «Бөтә халыҡтар һинең аша фатиха алыр», – тигән Һөйөнөслө Хәбәр белдерелде.


Шулай икән, Уның тыныс-имен урынына инергә бөтә тырышлығыбыҙҙы һалайыҡ. Буйһонмағандарҙың өлгөһөнә эйәреп, береһе лә ситтә тороп ҡалмаһын.


Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә уларға Хәбәрҙең файҙаһы теймәне, сөнки улар Хәбәрҙе тыңлаған кешеләр кеүек уны ышанып ҡабул итмәне.


Шуға күрә Алла халҡы өсөн шәмбе көнөнә оҡшаш ял көтөлә әле.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan