Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 4:3 - Изге Яҙма

3 Беҙ иһә ышанғанға күрә Алланың тыныс-имен урынына инәбеҙ. Алла бит: «Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп: „Улар бер ҡасан да Минең тыныс-имен урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем», – тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Беҙ иһә ышаныуыбыҙ менән Алланың ял биреү урынына инәбеҙ. Алла бит: «Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп: „улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем», – тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Беҙ иһә ышанғанға күрә Алланың тыныс-имен урынына инәбеҙ. Алла бит: «Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп: „Улар бер ҡасан да Минең тыныс-имен урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем», – тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 4:3
15 Iomraidhean Croise  

Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны – ул бик яҡшы ине. Кис булды, таң атты – алтынсы көн булды.


Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын!


Сөнки алты көн эсендә Раббы күкте һәм ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәләрҙе яратты, ә етенсе көндө ял итте. Шуға ла Раббы, шәмбе көндө мөбәрәк ҡылып, изге көн булараҡ айырҙы.


Раббы уларға: «Бында рәхәт, Әйҙә арығандар хәл алһын, Бында тыныс урын», – ти торғайны. Әммә улар ишетергә теләмәне.


Раббы былай ти: «„Юлдар сатына баҫып байҡағыҙ. Боронғо юлдарҙы һорашығыҙ, Иң яҡшы юлды һайлап барығыҙ, Шунда йәнегеҙ тыныслыҡ табыр“, – тип әйттем. Тик һеҙ: „Ул юл менән бармайбыҙ“, – тинегеҙ.


Мин һеҙҙе фетнәселәрҙән, Миңә буйһонмаған кешеләрҙән таҙартасаҡмын. Мин уларҙы килмешәк булып йәшәгән илдән сығарып ебәрермен, әммә улар Исраил еренә аяҡ баҫмаясаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Был пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Ауыҙымды кинәйәле ҡиссалар менән асырмын, донъя яратылған көндәрҙән бирле йәшерен булғанды һөйләрмен».


Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.


Алла алдында изге һәм кәмселекһеҙ булыуыбыҙ өсөн, донъя яратылғанға тиклем үк Ул беҙҙе Мәсихтә һайлап алды һәм, беҙгә булған мөхәббәте хаҡына,


Шуның өсөн нәфрәтләнеп: „Улар бер ҡасан да Минең тыныс-имен урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем».


Сөнки беҙ – Мәсихтең арҡалаштары, тик баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торған хәлдә генә.


Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде.


Алла Мәсихте донъя яратылғансы уҡ һайлағайны. Ә ошо һуңғы көндәрҙә иһә Уны һеҙҙең өсөн асты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan