Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 3:13 - Изге Яҙма

13 Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, берегеҙ ҙә гонаһҡа алданып тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

13 Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, һеҙҙең берегеҙ ҙә гонаһ алдағына бирелеп тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, берегеҙ ҙә гонаһҡа алданып тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 3:13
13 Iomraidhean Croise  

Үҙенә генә иҫәп тотҡан алйот була, аҡыл юлынан барыусылар ҡотола.


Был көл ашау һымаҡ буш эш. Алданған йөрәге уны аҙаштыра, Ул үҙен ҡотҡара алмаҫ. «Уң ҡулымдағы был нәмә Алдатҡыс түгелме?» – тимәҫтәр.


Эй һин, ҡая ярыҡтарында төйәкләнгән. Йортоңдо юғарыла төҙөгән, Йөрәгәңдең тәкәбберлеге алданы һине, Һауаланып: „Кем һуң мине Ергә атып бәрә алыр?“ – тиһең.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


сөнки гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, мине алданы һәм уның аша үлтерҙе.


Алдатҡыс нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып,


Атай кеше үҙ балаларына нисек булһа, беҙҙең дә һәр берегеҙгә ҡарата шулай булғанлығыбыҙҙы беләһегеҙ,


Бер-берегеҙҙе ошо һүҙҙәр менән тынысландырығыҙ.


Шуның өсөн бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ.


Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.


Имандаштарым, был хатымда яҙған өгөт-нәсихәттәремә сабырлыҡ менән ҡарауығыҙҙы үтенеп һорайым, мин һеҙгә бик күп тә яҙманым бит.


Һәр кемде, ымһындырып һәм әүрәтеп, үҙенең нәфселе теләге ҡоторта.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan