Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 2:2 - Изге Яҙма

2 Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлауһыҙлыҡ тейешле язаһын алды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

2 Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлашмаусанлыҡ тейешле язаһын алды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлауһыҙлыҡ тейешле язаһын алды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 2:2
29 Iomraidhean Croise  

Яуап ҡайтар миңә, Раббы, Сөнки тоғро мөхәббәтең изге. Оло мәрхәмәтең менән йөҙөңдө бор миңә табан!


Итте әле сәйнәп йотоп та өлгөрмәгәндәр ине, ә Раббы, асыуы ялҡынланып, халыҡҡа ҡаты үләт ебәрҙе.


Был үләттән, Ҡорах менән һәләк булғандарҙан тыш, ун дүрт мең ете йөҙ кеше һәләк булды.


Шул саҡ Раббы халыҡҡа ағыулы йыландар ебәрҙе. Исраилдар араһынан күптәрҙе йылан сағып үлтерҙе.


Үләттән һәләк булғандарҙың һаны егерме дүрт мең кеше ине.


Фәрештәләр аша бирелгән ҡанунды ҡабул итеп алып та, уны үтәмәнегеҙ.


Улай булғас, ҡанун ни өсөн бирелгән? Ҡанун, гонаһтарҙы күрһәтеү өсөн, һуңынан бирелгән. Ибраһим тоҡомоноң вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ҡанун ғәмәлдә булған. Ҡанун фәрештәләр тарафынан аралашсы аша тапшырылған.


Әгәр ҙә берәйһе үҙен тәкәббер тотоп, Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында хеҙмәт иткән ҡаһинды йәки хөкөмдарҙы тыңламай икән, ул кеше үлтерелергә тейеш. Исраилда яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташла.


Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙың береһендә арағыҙҙан берәй ирме, ҡатынмы, Уның менән килешеүҙе боҙоп, Уның күҙендә яман булғанды ҡылһа:


яуызлыҡты эшләгән ир йәки ҡатынды ҡала ҡапҡаһы янына сығар ҙа таш бәреп үлтер.


«Был ҡанунда әйтелгәндәрҙе хупламаған һәм үтәмәгән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Нәсихәтем ямғыр һымаҡ яуһын, Ысыҡ кеүек төшһөн телмәрем; Йәшеллеккә яуған ләйсән булһын, Ҡойма ямғыр – үләндәргә ҡойған.


Үткән замандарҙа Алла ата-бабаларыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөсә мөрәжәғәт итте.


Муса ҡанунынан баш тартҡан һәр кеше, ике йәки өс шаһит күрһәтеүе буйынса, аяуһыҙ рәүештә үлемгә дусар ителә.


Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ.


Ул үҙен көткән әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.


Иманлы булмай тороп, Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


Шуға күрә беҙ пәйғәмбәрҙәр һөйләгән һүҙҙәрҙең ышаныслы булыуына тағы ла нығыраҡ инанабыҙ. Әгәр уға иғтибар бирһәгеҙ, дөрөҫ эшләйһегеҙ. Был һүҙ, көн тыуып, Мәсих – таң йондоҙо – йөрәктәребеҙҙә ҡалҡҡансы, төндә яҡтыртҡан шәмсыраҡ кеүек.


Быларҙың барыһын да белһәгеҙ ҙә, хәтерегеҙгә төшөрөргә теләйем: Раббы халыҡты Мысырҙан алып сығып ҡотҡарһа ла, араларындағы Уға ышанмаған кешеләрҙе аҙаҡ һәләк иткән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan