Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 2:10 - Изге Яҙма

10 Алла – бөтә нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәргән күп кешеләрҙе данға алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалған Ғайсаны ғазаптар аша камиллыҡҡа еткерергә тейеш ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

10 Алла – бөтөн нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәреп килеүсе күп кешеләрҙе Үҙенең данына алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалыусы Ғайсаны ғазаптар аша камил итеүе Уға ҡулай булған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Алла – бөтә нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәргән күп кешеләрҙе данға алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалған Ғайсаны ғазаптар аша камиллыҡҡа еткерергә тейеш ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 2:10
46 Iomraidhean Croise  

Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?


Раббы һәр нәмәне Үҙ маҡсаты өсөн яратҡан, хатта яуызды ла бәлә көнө өсөн һаҡлар.


Был халыҡты Мин Үҙем өсөн бар ҡылдым, Улар Миңә маҡтау йырлар.


Бына Мин Дауытты ҡәүемдәргә – шаһит, Халыҡтарға юлбашсы һәм хаким итәм.


Сит ҡәүемдәргә аҡса-бүләктәр бирһә лә, Мин хәҙер Үҙ халҡымды хөкөм өсөн йыйып алам. Күп тә үтмәҫ, яһаҡтың ауырлығынан Батша ла, түрәләр ҙә ҡалтырап төшөр.


Шул саҡ ҡаршылыҡтарҙы емереүсе Үҙенең халҡы алдынан барыр. Улар, ҡапҡаларҙы бәреп асып, азатлыҡҡа сығыр, Батшалары Алла Үҙе алдан атлар, Раббы юл башлаусы булыр».


тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс;


Ғайса уларға былай тип яуапланы: – Барығыҙ, ул төлкөгә: «Бөгөн һәм иртәгә ендәрҙе ҡыуырмын, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырмын, өсөнсө көнгә эшемде тамамлармын», – тип әйткәнемде еткерегеҙ.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын!


Мәсих Үҙенең шөһрәтенә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?


– Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә терелергә,


Ғайса әсе шарапты татып ҡарағас: – Ғәмәлгә ашты! – тине лә башын эйеп йән бирҙе.


Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ! Ләкин Алла Уны терелтте, беҙ быға шаһит булдыҡ.


Исраилға тәүбә итеү һәм гонаһтарынан ярлыҡаныу мөмкинлеге биреү өсөн, Алла Уны Юлбашсы һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.


Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгелек дан! Амин.


Беҙ Алланың донъя яратылғансы уҡ даныбыҙ хаҡына билдәләнгән йәшерен, серле аҡылы тураһында вәғәзләйбеҙ.


Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтә нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтә нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.


Беҙ барыбыҙ ҙа бөркәнсек ябынмайынса Раббының данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ. Беҙ үҫә барған дан менән үҙгәртеләбеҙ һәм Раббыға оҡшағандан-оҡшай барабыҙ. Был үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


Үтеп китә торған еңелсә ғазап кисереүебеҙ сиктән тыш ҙур һәм хайран ҡалырлыҡ мәңгелек дан килтерер.


Быларҙың һәммәһе лә Алланан, Ул беҙҙе Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулаштырыу хеҙмәтен беҙгә тапшырҙы.


Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, – ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».


Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.


Быны беҙгә ҡарата булған изгелеген һәм Үҙ мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығын киләсәк быуаттарҙа Ғайса Мәсихтә күрһәтеү өсөн эшләне.


Был ниәт буйынса имандаштар берҙәмлеге аша күктәге етәкселәр менән хакимдарға Уның күп яҡлы зирәк аҡылы мәғлүм булыр.


Һеҙҙең тормошоғоҙ – Мәсих, Ул килгәндә һеҙ ҙә Уның данын уртаҡлашып, Уның менән бергә килерһегеҙ.


Шуға ла Алла тарафынан һайлап алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсихтәге ҡотолоуға мәңгелек дан менән бергә ирешһендәр өсөн, барыһына ла түҙәм.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Унда беҙҙең хаҡҡа, Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге мәңгелек Баш Ҡаһин булғандан һуң, башлап йөрөүсебеҙ булып Ғайса инде.


Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Муса ҡануны баш ҡаһин итеп кешеләргә хас кәмселектәре булған әҙәмдәрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Баш Ҡаһин итеп Алла Улы билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.


Уларға үҙҙәре өсөн түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ шөһрәтте уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәрҙән үтенеп һорайым:


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


– Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.


Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan