Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 13:8 - Изге Яҙма

8 Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

8 Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 13:8
19 Iomraidhean Croise  

Ибраһим Беер-Шәвәғтә тамариск ағасы ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Алла исеменә доға бағышланы.


Ҡоштар унда ояларын ҡора, Шыршылар – ҡауҙылар өсөн төйәк.


Раббы хаҡында былай тип әйтер: «Ул минең һыйындырыусым, ҡәлғәм, Аллам, мин Уға өмөт бағлайым».


Ул һине ҡанат аҫтына алыр, Ҡаурыйҙары араһына һыйынырһың; Тоғролоғо – ҡалҡаның, ышығың булыр.


Алла Мусаға былай тине: – Бар Булыусы Мин. Исраил халҡына: «Мине һеҙгә Мин – Бар Булыусы ебәрҙе», – тип әйт.


Кем быларҙы ойошторҙо, бойомға ашырҙы? Башланмыштан алып быуын-быуынды донъяға саҡырыусы кем? Мин Раббы – беренсемен, Һуңғылар менән дә Мин буласаҡмын!»


Исраил Батшаһы Раббы, уны Йолоп алыусы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин – беренсе һәм дә һуңғыһымын, Минән башҡа алла юҡ!


Мин – Раббы, һүҙемә тоғромон, Шуға ла, Яҡуп нәҫеле, һеҙ иҫән ҡалдығыҙ.


Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимоҫеус һеҙгә вәғәзләгән Алла Улы Ғайса Мәсихтә бер юлы «эйе һәм юҡ»ҡа урын юҡ, Унда «эйе» генә бар.


Сөнки Алла тарафынан бирелгән бөтә вәғәҙәләр Ғайса Мәсихтә «эйе» тип раҫлана. Шуға күрә Алланы данлау өсөн беҙ әйтә торған «амин» да Уның аша әйтелә.


Һин уларҙы өҫ кейемеләй төрөп ҡуйырһың, кейемдәй улар алмаштырылыр. Үҙең иһә гел үҙгәрешһеҙ ҡалырһың, ғүмер йылдарың һис ҡасан тамамланмаҫ», – ти.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер Аллаға донъя яратылғанға тиклем, хәҙер һәм мәңгегә дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ булһын. Амин.


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Эфесҡа ла, Смурнаға ла, Пергамға ла, Түәтейраға ла, Сардисҡа ла, Филаделфеяға ла, Лаодикеяға ла, – тине ул.


Яхъянан Асия өлкәһендәге ете имандаштар берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Заттан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан


«Мин – Альфа һәм Омега, – ти Раббы Аллабыҙ, Бар, Булған һәм Киләсәк Зат, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе».


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan