Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 13:13 - Изге Яҙма

13 Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, тупламдан ситкә, Уның янына сығайыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

13 Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, ваҡытлы йәшәү урынынан ситкә, Уның янына сығайыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, тупламдан ситкә, Уның янына сығайыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 13:13
16 Iomraidhean Croise  

Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.


Юлда улар Шимғон исемле Курене кешеһен осраттылар һәм уны Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр.


Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле.


Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.


Шунан Ғайса уларға былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, көн һайын Миңә эйәрһен.


Илселәр, Ғайса исеме хаҡына кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып китте.


Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.


Ул үҙен көткән әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе кисергән Ғайса тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер.


Гонаһҡа ҡаршы көрәшкәндә һеҙгә үҙегеҙҙең ҡанығыҙҙы түгергә тура килмәне әле.


Шуға күрә мәжүсиҙәр, һеҙҙең бүтәнсә үҙҙәре менән бергә шул аҙғынлыҡтарҙа ҡатнашмауығыҙға сәйерһенеп, һеҙҙе яманлай.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan