Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 12:9 - Изге Яҙма

9 Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

9 Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 12:9
28 Iomraidhean Croise  

Һәр бер тереклектең йәне, Бөтөн кешенең һулышы – Уның ҡулында.


Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.


Атаһына мыҫҡыллы ҡараған, әсәһен һанға һуҡмағандың күҙен ялан ҡоҙғоно суҡыр, бөркөт балалары тамаҡлар.


Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.


Эй бөйөк Хакимым! Бына кеше нимә менән йәшәй! Бына нимәлә минең тормошом! Һин мине һауыҡтырырһың һәм һаҡларһың!


Күктәрҙе бар ҡылған, киреп ҡуйған, Бөтә емеше менән ер йөҙөн йәйеп һалған, Донъялағы халыҡтарға һулыш, Унда йәшәгәндәргә һулыш биргән Раббы Алла былай ти:


Атаһына: «Һин кемде донъяға килтерәһең?», Әсәһенә: «Һин кемде тыуҙыраһың?» – тигәнгә ҡайғы!


Мәңге дәғүәләшеп тормам, Һәр ваҡыт асыулы булмам. Юҡһа Үҙем бар ҡылғандарҙың рухы һыныр, Кеше заты хәлдән тайыр ине.


Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.


Һәр кем әсәһе менән атаһын хөрмәт итһен һәм Минең шәмбе көндәремде тотһон. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Әүлиәлек. Раббының Исраил тураһында әйткән һүҙҙәре. Күктәрҙе киргән, ергә нигеҙ һалған, кешегә рух биргән Раббы былай ти:


– Ул – атаһын, ҡол хужаһын хөрмәтләй. Әгәр Мин Атаймын икән, ҡайҙа Миңә хөрмәт? Әгәр Мин Хужамын икән, ҡайҙа Минән ҡурҡыуығыҙ? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Һеҙ, ҡаһиндар, Минең исемемде хурлайһығыҙ, ә үҙегеҙ: «Нисек итеп Һинең исемеңде хурлайбыҙ?» – тип һорайһығыҙ.


Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.


– Эй Раббым, бөтә йән эйәһенә һулыш биргән Алла, был йәмғиәт өҫтөнән башлыҡ итеп лайыҡлы кешене ҡуйһаң ине! Ул кеше


– Бер ҡалала Алланан да ҡурҡмаған, кешеләрҙән дә тартынмаған хөкөмдар йәшәгән.


Әммә хөкөмдар дәғүәне оҙаҡ ваҡыт хәл итергә теләмәгән. Аҙаҡ, ниһайәт: «Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙән тартынмаһам да,


Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух.


Дауыт пәйғәмбәр була һәм Алланың тәхеткә үҙе урынына нәҫеленән береһен ултыртырға ант иткәнен белә.


Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында һөйләнелә. Мәсихтең кеше булараҡ сығышы Дауыт нәҫеленән ине, ә изгелек Рухы буйынса, үленән терелтелеүе менән, Ул Алланың ҡөҙрәтле Улы тип тәғәйенләнгән.


Әгәр ҙә был үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалырға риза булыр инем.


Улар – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – кеше булараҡ сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.


«Атаһы йәки әсәһен хөрмәтләмәгән, уға ҡаршы һүҙ әйткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер.


Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр.


Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул, ваҡыты еткәс, һеҙҙе юғары күтәрер.


Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Алла, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan