Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 12:18 - Изге Яҙма

18 Һеҙ ҡағылып ҡарарға мөмкин булған дөрләп янған тауға ла, эңергә һәм дөм ҡараңғыға ла, дауылға ла,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

18 Һеҙ ҡағылырға мөмкин булған дөрләп янған тауға – шыр ҡараңғыға ла, дөм ҡараңғылыҡҡа ла, дауылға ла,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

18 Һеҙ ҡағылып ҡарарға мөмкин булған дөрләп янған тауға ла, эңергә һәм дөм ҡараңғыға ла, дауылға ла,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 12:18
11 Iomraidhean Croise  

Бөтөн халыҡ күк күкрәгәнен, ялағай ялтырағанын, мөгөҙ борғо ғорлағанын, тау төтәгәнен ишетеп-күреп, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраны һәм артҡараҡ сигенә барҙы.


Раббының шөһрәте Исраил халҡына тау башында дөрләп янған ут кеүек күренде.


Ул саҡта гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.


Һеҙ яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар иткән ҡоллоҡ рухын алманығыҙ, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, исраилдар Мусаның балҡып торған йөҙөнә, хатта был балҡыу юғала барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән,


Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, Алланың әҙәмде аҡлауына илткән хеҙмәт күпкә данлыраҡ.


Бына һеҙ, яҡынлашып, тауҙың итәгенә баҫтығыҙ. Тау, ялҡыны күктәргә олғашып, яна ине. Тирә-яҡты ҡара болоттар менән ҡуйы ҡараңғылыҡ ҡаплағайны.


Мин иһә ул саҡта Раббы әйткән һүҙҙәрҙе һеҙгә еткерер өсөн һеҙҙең менән Раббы араһында торҙом, сөнки, уттан ҡурҡып, тауға менмәнегеҙ. Ул саҡта Раббы әйтте:


Алла беҙгә ҡурҡыу рухы түгел, ә ҡеүәт, мөхәббәт һәм айыҡ аҡыл биргән бит.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan